Алчевская Христина Даниловна

Алчевская Христина Даниловна (4 апрель 1841 йыл15 март 1920 йыл) — Рәсәй империяһы һәм Украина педагогы, мәғрифәтсе.

Христина Даниловна Алчевская
Исеме

Христина Даниловна Журавлёва

Тыуған көнө

4 (16) апрель 1841[1]

Тыуған урыны

Рәсәй империяһы, Чернигов губернаһы, Борзна ҡалаһы

Вафат булған көнө

15 август 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})[2] (79 йәш)

Вафат булған урыны

Украина ССР-ы, Харьков

Ил

 Рәсәй империяһы
 Украинская Народная Республика[d]
 Украина Совет Социалистик Республикаһы

Балалары

Дмитрий, Григорий, Анна, Иван, Христина

 Алчевская Христина Даниловна Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

 
Христина Алчевская

Христи́на Дани́ловна Алче́вская (ҡыҙ фамилияһы — Журавлёва) 1841 йылдың 4 апрелендә Рәсәй империяһының Чернигов губернаһы Борзна ҡалаһында тыуған.

Халыҡ мәғарифы файҙаһына үҙенең фиҙакәр эшмәкәрлеге менән билдәле, 1860-сы йылдарҙан Харьков йәкшәмбе мәктәбе менән етәкселек итә. Уның инициативаһы буйынса мәктәптә педагогия советы һәм уҡыусыларҙың педагогия көндәлектәре системаһы индерелә. Ололарҙы уҡыу-яҙа белергә өйрәтеү методикаһына нигеҙ һалыусы.

Алчевская башланғысы менән һәм уның эшлекле хеҙмәттәшлеге һөҙөмтәһендә «Халыҡҡа нимә уҡырға?» (рус. «Что читать народу?»; 1888—1906) халыҡ һәм балаларға уҡыу өсөн 3 томлы библиографик күрһәткесе нәшер ителә, бында шулай уҡ халыҡ китаптарына бер нисә рецензия һәм халыҡтың фекере лә була. Алчевскаяның мәҡәләләре: «Огородник» хикәйәһе («Детское Чтение», 1870), «История открытия школы в деревне Алексеевке» («Южный Край» гәзите, 1881) һәм «Драматические произведения, как они понимаются народом» («Северный Вестник» гәзите, 1887).

1887 йылда Екатеринослав губернаһы (хәҙерге Украинаның Луганск өлкәһе) Алексеевка ауылындағы Алчевскаяның халыҡ мәктәбенә эшләргә Борис Дмитриевич һәм Мария Николаевная Гринченколар килә[3].

1920 йылдың 15 мартында Харьков ҡалаһында вафат була.

Ғаиләһе үҙгәртергә

 
Ғаиләһе.
 
Х. Д. Алчевская крәҫтиәндәр менән. XX быуат башы.
 
Х. Д. Алчевская Харьков шәхси ҡатын-ҡыҙҙар йәкшәмбе мәктәбендә уҡыу дәресе үткәрә. XX быуат башы.

Ире — Алчевский Алексей Кириллович, эшҡыуар һәм меценат.

Балалары:

  • Дмитрий (18661920), эшҡыуар, Ҡырымда большевиктар тарафынан атыла[4].
  • Григорий (18661920) — композитор.
  • Анна (18681931) — А. Н. Бекетовтың ҡатыны.
  • Николай (18721942) — театраль тәнҡитсе, ололар өсөн тәүге совет украин әлифбаһының авторы.
  • Иван (18761917) — Мариин опера театры солисы.
  • Христина (18821931) — украин шағирәһе, тәржемәсе һәм педагог.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә