Алленова Ольга Владимировна

журналист

Алленова Ольга Владимировна (1976 йыл) — Рәсәй журналисы, «Чечня рядом. Война глазами женщины» китабы авторы[1].

Алленова Ольга Владимировна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 1976
Тыуған урыны Моздок, Северо-Осетинская АССР[d], РСФСР, СССР
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө журналист, хәрби корреспондент, публицист, йәмғиәт эшмәкәре
Уҡыу йорто К. Л. Хетагуров исемендәге Төньяҡ Осетия дәүләт университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Алленова Ольга Владимировна Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Ольга Алленова 1976 йылда Төньяҡ Осетияның Моздок ҡалаһында тыуа.

Төньяҡ Осетия дәүләт университетының журналистика факультетын тамамлай.

1993 йылдан «Севрная Осетия» һәм «Слово» төбәк гәзиттәрендә штаттан тыш эшләй[2].

2000 йылдан «Коммерсант» нәшриәт йортоноң махсус хәбәрсеһе[3].

20112016 йылдарҙа «Сноб» проектында ҡатнаша.

Эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Икенсе чечен хәрби низағы ваҡытында Ольга Алленова журналист булараҡ һуғыш зонаһында була.

"Норд-Ост"тағы терактты, Беслан ҡалаһындағы фажиғәне, Ингушетия, Көньяҡ Осетия, Ҡабарҙы-Балҡар, Грузия, Абхазия, Әзербайжан һәм Таулы Ҡарабах ваҡиғалары тураһында яҙа.

Әлеге ваҡытта — "Коммерсантъ"нәшриәт йортоноң махсус хәбәрсеһе, «Православие и мир» порталы колумнисы.

2007 йылдың ғинуарында Ольга Алленова матбуғат өлкәһендә Ливандан эшләгән репортажы өсөн «Искра» милли премия лауреаты була.

2008 йылдың декабрендә Көньяҡ Осетиялағы хәрби хәрәкәттәр зонаһынан репортаждар серияһы өсөн «Россия православная» йәмәғәт хәрәкәте «Үҙ-үҙен ҡыҙғанмай хеҙмәт иткән өсөн» көмөш ордены менән бүләкләнә[4].

Наградалары һәм премиялары үҙгәртергә

  • 2007 журналистика өлкәһендәге «Искра» юғары премияһы лауреаты[5]
  • 2008 «Үҙ-үҙен ҡыҙғанмай хеҙмәт иткән өсөн» кмөш ордены[6]
  • 2013 журналистика өлкәһендәге «Камертон» премияһы[7]
  • 2015 киң мәғлүмәт саралары өлкәһендә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы лауреаты[8]

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә