Алисов Михаил Иванович

Алисов Михаил Иванович (30 май 1830 йыл, Панки ауылы, Курск губернаһы[2] — 1898, Ҡырым) — полиграфия өлкәһендә уйлап табыусы, йыйыу-яҙыу машинаһын һәм гектографты булдырыусы[3].

Алисов Михаил Иванович
Тыуған көнө

30 май 1830({{padleft:1830|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})

Тыуған урыны

село Панки, Старооскольский уезд, Курская губерния, Российская империя[1]

Вафат булған көнө

1898({{padleft:1898|4|0}})

Вафат булған урыны

Крым,
Российская империя

Подданлығы

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Эшмәкәрлеге

Ҡалып:Изобретатель

Биографияһы үҙгәртергә

 
Алисовтың «Скоропечатник» машинкаһы

Тыуған 30 майҙа 1830 йылда[4] курск губернаһы Старооскольский өйәҙенең Панки ауылында дворян ғаиләһендә тыуған[1].

Курск гимназияһын тамамлағандан һуң, Харьков университетының физика-математика факультетын тамамлай.

Артабанғы йылдарҙа уйлап сығарыу менән шөғөлләнә, 1869 йылда күбәйтеүсе (множительный) аппараттың конструкцияһын (гектограф) төҙөй, уны «Полиграфия» тип атай[5]. Аппарат бик ябай була һәм урыҫ революционерҙары унда прокламацияларын күбәйтеп сығара.

1870 йылда ул «Скоропечатник» тип аталған тәүге Рәсәй йыйыу (наборный) машинаһын уйлап сығара. Беренсе тапҡыр был машина 1873 йылда Венала, Бөтә донъя күргәҙмәһендә күрһәтелә, әммә бары тик 1876 йылда ғына Рәсәйҙә уйлап табыу патентын ала. Артабанғы Бөтә донъя күргәҙмәләрендә АҠШ (Филадельфия, 1876) һәм Францияла (Париж, 1878) «Скоропечатник» донъя полиграфсыларының иң яҡшы баһаһын ала һәм миҙалға лайыҡ була. Алисовҡа Рус император техник йәмғиәте лә уйлап табыуы өсөн миҙал бирә. Шулай уҡ Михаил Иванович 1879 йылда текстарҙы, һүрәттәрҙе, һыҙмаларҙы махсус ҡара һәм ҡағыҙҙар ярҙамында күбәйтеүсе полиграфия тип аталған ҡулланмаға Рәсәйҙә патент ала.

Күбәйтеүсе (множительный) «Полиграфия» аппаратының 1870 йылда уҡ һүрәтләнеше яҙылған брошюра цензураны үтә һәм 20 000 дана тираж менән баҫылып сыға, уларҙы 1878 йылда Париж тамашасыларына Алисов үҙе тарата; 1879 йылда немец эшҡыуарҙары Квайсер һәм Гусак немец Алисовтың уйлап табыуын үҙ исемдәре менән атап патент ала[6]

М. И. Алисов 1898 йылда Ҡырымда, Ялта янында вафат була[7]. Коллеж сәркәтибе чинында була.

Уйлап табыуҙары үҙгәртергә

  • «Скоропечатник». Привилегия России № 1836 от 15 октября 1876.
  • «Способ размножения текста, рисунков, чертежей и т. п. при помощи особо приготовленных для сего чернил и бумаги, названный полиграфиею». Привилегия России № 2207 от 20 июня 1879.

Бүләктәре үҙгәртергә

  • Рус техник йәмғиәтенең миҙалы.

Хәтер үҙгәртергә

Башлығы урындағы үҙидара ҡарамағына ҡала . Губкин һәм районы Губкинский районының урындағы үҙидара башлығы А. А. Кретовтың 28.12.2001 № 278-р ҡарарына ярашлы Алисов исеме Раевский урамынан Теплый Колодезь ауылына табан йүнәлештәге урамға бирелә.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Полиграфия или новый способ размножения текста, рисунков, чертежей и проч., изобретенный М. И. Алисовым, СПБ, 1879; Пишущая машина. С приложением описания машины, СПБ. 1878.
  • Буринский. Пишущая машина г. Алисова, «Всемирная иллюстрация», 1878, № 484;
  • Объяснительная записка к «Скоропечатнику» М. И. Алисова, СПБ, 1874 (гектографированное издание);
  • Виноградов Г. А., Наборные машины русских изобретателей, М., 1949.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Ныне — Губкинский городской округ, Белгородская область, Россия.
  2. Ныне — Губкинский городской округ, Белгородская область, Россия
  3. Гойзман Ш. Р. Михаил Иванович Алисов — изобретатель наборной машины. Дата обращения: 18 февраль 2015.
  4. По другим данным — в 1832 году. См.: Annual bibliography of the history of the printed book and libraries. — Vol. 29. — P. 100.
  5. Алисов Михаил Иванович. 2015 йыл 14 февраль архивланған.
  6. Статья в Большой советской энциклопедии
  7. Алисов Михаил Иванович // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.

Һылтанмалар үҙгәртергә