Алексеев Леонид Петрович

Алексеев Леонид Петрович (4 июнь 1939 йыл29 ғинуар 2019 йыл) — СССР һәм Рәсәй генетигы, Рәсәй Медицина фәндәре академияһының (2011) һәм Рәсәй Фәндәр академияһының (2014) мөхбир-ағзаһы.

Леонид Петрович Алексеев
Файл:Алексеев Леонид Петрович.jpg
Тыуған көнө

4 июнь 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})

Вафат көнө

29 ғинуар 2019({{padleft:2019|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (79 йәш)

Вафат урыны
Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

иммунология, молекулярная генетика

Эшләгән урыны

НИИ нормальной патологической физиологии, Институт иммунологии

Альма-матер

1-й Московский медицинский институт

Ғилми дәрәжәһе

медицина фәндәре докторы (1978)

Ғилми исеме

Ҡалып:УЗ+
член-корреспондент РАМН (2011)
РФА мөхбир ағзалары (2014)

Награда һәм премиялары

Премия Правительства Российской Федерации в области науки и техники — 2011 Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре (2009)

Биографияһы үҙгәртергә

Алексеев Леонид Петрович 1939 йылдың 4 июнендә Мәскәү ҡалаһында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң ул Пирогов исеемендәге 1-се Мәскәү медицина институтына уҡырға инә һәм 1964 йылда 1-се Мәскәү медицина институтын уңышлы тамамлай.

1963-1970 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Нормаль патологик физиология институтында лаборант булып эшләй.

1970-1980 йылдарҙа — СССР Медицина фәндәре академияһының Органдар һәм туҡымалар трансплантологияһы институтында башта кесе, артабан өлкән ғилми хеҙмәткәр.

1980 йылдан — Иммунология институтында лаборатория мөдире, бүлек мөдире, директор урынбаҫары.

2011 йылда — Рәсәй Медицина фәндәре академияһының мөхбир-ағзаһы итеп һайлана.

2014 йылда — Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир-ағзаһы.

2019 йылдың 29 ғинуарында Мәскәү ҡалаһында вафат була.

Фәнни эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Инфекцион иммунология, иммунохимия, кеше иммуногенетикаһы, биотехнология, молекуляр генетика өлкәһендә ғилми тикшеренеүҙәр алып бара.

Генетик контроль өйрәнеү иммун яуабын молекуляр-генетик һәм күҙәнәктәр кимәлендә генетик контролдә тотоу, кешенең ауырыүҙарға генетик тотороҡлолоғо һәм туҡымаларҙың яраҡлаша алыуына йоғонто яһаған факторҙарҙы өйрәнә.

Алексеев Леонид Петрович медицинаға хеҙмәт итеү барышында 400-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 7 монография яҙған. Ул шулай уҡ 32 кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертациялары етәксеһе.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Рәсәй федерацияһының Фән һәм техника өлкәһендә хөкүмәт премияһы (төркөм составында, 2011 йыл өсөн) — социаль әһәмиәтле иммунология һәм аллергология ауырыуҙарын профилактикалау һәм дауалауға аллергологик һәм иммунологик мониторлау системаһын ойошторғаны һәм практикаға индергәне өсөн[1].
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2009)[2].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә