Ҡалып:История Албании

Урта Албанияла Фейер ҡалаһы эргәһендә боронғо сиркәү емереклектәре

Албания тарихы үҙ эсенә бер нисә быуатты ала. Антиклыҡ дәүерендә хәҙерге Албания территорияһында иллирий ҡәбиләләре йәшәгән, һәм ул Рим империяһы составына ингән. Һуңынан территория Византия составына инә. XIII быуатта Албания короллеге барлыҡҡа килә. XV быуаттан — Ғосман империяһы өлөшө. 1912 йылда үҙаллылыҡ ала.

Тарихҡаса булған дәүер үҙгәртергә

Албанияла боронғо палеолит осоронда уҡ йәшәгәндәр. Конисполь мәмерйәләре — бик ҙур иғтибарға лайыҡ археологик ҡомартҡылар, уларҙа палеолит осоронан тимер быуатҡа тиклемге йәшәү эҙҙәре табылған. Неолит дәүерендә Албания нигеҙҙә Сескло һәм Старчево-Кришск мәҙәниәте барлыҡҡа килеүе менән бәйле булған бер нисә ҙур археологик культуралар сигендә тора. Неолитик халыҡтың (Малик мәҙәниәте) һуңғы тоҡомо һинд-европа телдәрендә һөйләшеүселәр тарафынан ассимиляцияға дусар ителә, шул һөҙөмтәлә иллирий халҡы барлыҡҡа килә.

Боронғо дәүер үҙгәртергә

Боронғо дәүерҙә хәҙерге Албания территорияһында иллирий ҡәбиләләре (хәҙерге албандарҙың ата-бабалары) йәшәгән, башлыса тавлантийҙар һәм дардандарҙың ҡәбиләләре. Уның көньяҡ өлөшө Эпир составына ингән. Римляндар осоронда Диррахийға (хәҙерге Дуррес) үҙгәртелгән Аполлония һәм Эпидамн грек ҡалалары булған үҙәк өлөшө Филипп II һәм Александр Македонский ваҡытынан алып боронғо Македония дәүләте составына ваҡыты-ваҡыты менән инеп торған, ә беҙҙең эраға тиклем 146 йылдан алып Рим дәүләтенә ҡушылыуы менән – шул уҡ исемдәге рим провинцияһы составына ингән. Беҙҙең эраға тиклем II быуаттан алып төньяҡ өлөшө Скудра (хәҙерге Шкодер) һәм Лисс ҡалалары менән Далмация рим провинцияһы составына кергән. Адриатик диңгеҙҙең тар урынында урынлашҡан булыуы һәм унан ғәҙәттә Балҡандан Италияға китеү сәбәпле, Диррахий әһәмиәтле үҙәк булып тора, һәм киреһенсә, унан стратегик яҡтан мөһим бөтә Фессалоника ярымутрауы аша һәм артабан Византийҙан Азияға алып барған Эгнатьев юлы башлана.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Арш Г. Л., Сенкевич И. Г., Смирнова Н. Д. Краткая история Албании / Под ред. А. Ф. Миллера. — М.: Наука, 1965.
  • Смирнова Н. Д. История Албании в XX веке. — М.: Наука, 2003. — ISBN 5-02-008867-6.

Һылтанмалар үҙгәртергә