Акимова Мария Степановна

Акимова Мария Степановна (21 март 1915 йыл — 1 ноябрь 1971 йыл) — СССР-ҙың ғалим-антропологы, тарих уҡытыусыһы. Тарих фәндәре кандидаты (1942), МДУ антропология кафедраһының доценты.

Мария Степановна Акимова
Тыуған көнө

21 март 1915({{padleft:1915|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})

Тыуған урыны

Глухово, Владимир губернаһы, Рәсәй империяһы

Вафат көнө

1 ноябрь 1971({{padleft:1971|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (56 йәш)

Вафат урыны

Мәскәү

Ил

СССР СССР

Ғилми даирәһе

антропология, тарих

Эшләгән урыны

Мәскәү дәүләт университеты

Альма-матер

Мәскәү дәүләт университеты

Ғилми дәрәжәһе

тарих фәндәре кандидаты

Ғилми исеме

доцент

Биографияһы үҙгәртергә

Мария Степановна Акимова 1915 йылдың 21 мартында Рәсәй империяһы Владимир губернаһының Глухово ауылында тыуа.

1940 йылда Мәскәү дәүләт университетында биология факультетын тамамлай. 1944 йылда шунда уҡ уҡыта башлай. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Бишкек ҡалаһында Ҡырғыҙ ССР-ының Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарамағындағы Фәндәр комитетында эшләй.

Ғилми эшмәкәрлеге Волга буйы, Көньяҡ Урал һәм Урал аръяғы халыҡтарының расогенезы һәм этногенезы мәсьәләләренә бағышланған. БАССР‑ға һәм Силәбе өлкәһенә антропологик экспедициялар (1963—1965, 1967) ойоштороусы һәм дерматоглифик, серологик, соматологик программалар буйынса 1200 тирәһе башҡорт кешеһен өйрәнеүсе.

Ғалим башҡорттарҙы дүрт антропологик типҡа бүлә, палеоантропологик материалдар нигеҙендә башҡорттарҙың Көньяҡ Уралда 1‑се мең йыллыҡта йәшәгән халыҡтың генетик тоҡомо булғаны тураһында һығымтаға килә.

50-гә яҡын ғилми эшкә автор була. 1971 йылдың 1 ноябрендә Мәскәүҙә вафат була.

Ғилми хеҙмәттәре үҙгәртергә

  • Антропология древнего населения Приуралья. Мәскәү, 1968
  • Палеоантропологические материалы с территории Чувашской АССР // Краткие сообщения ИЭ АН СССР. 1955. Вып. 23;
  • Антропология древнего населения Приуралья. М., 1968
  • Этногенез башкир по данным антропологии // Археология и этнографии Башкирии. Том 4. Өфө, 1972

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Башҡортостан халыҡтары. Энциклопедия. Өфө, 2014
  • Войно М. С. М. С. Акимова иҫтәлегенә // Антропология мәсьәләләре. 1972. Вып. 41
  • Юсупов Р. М. М. С. Акимова һәм башҡорттар антропологияһы // Сравнительная антропология башкирского народа. Өфө, 1990

Һылтанмалар үҙгәртергә