Айытмәмбәт (рус. Айтмембетово) — Башҡортостандың Архангел районындағы ауыл, Оҙондар ауыл советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 310 кеше[1] . Почта индексы — 453030[2], ОКАТО коды — 80203850003[3].

Ауыл
Айытмәмбәт
Айытмәмбәт
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Архангел районы

Координаталар

54°29′05″ с. ш. 57°03′17″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 203 850 003

ОКТМО коды

80 603 450 111

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Айытмәмбәт (Рәсәй)
Айытмәмбәт
Айытмәмбәт
Айытмәмбәт (Башҡортостан Республикаһы)
Айытмәмбәт

Халыҡ һаны үҙгәртергә

Халыҡ иҫәбе
2002[4]2009[4]2010[5]
411419310

1906 йылда — 311 кеше, 1920—315, 1939—165, 1959—358, 1989—273, 2002—411, 2010—310 кеше йәшәгән[6].

Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәттәре буйынса башҡорттар 93 %) тәшкил итә[4]

Дөйөм халыҡ һаны[7],[1] (кеше)
Халыҡ һаны 2002—2010 халыҡ үҙгәреше
Иҫәп алыу йылы 1989 2002 2010 кеше %
Бөтәһе 273 411 310 -101 -24,57
Ир-егеттәр 138 194 163 -31 -15,97
Ҡатын-ҡыҙҙар 135 217 147 -70 -32,25

Географик урыны үҙгәртергә

Алыҫлыҡ[8]

  • Район үҙәгенә тиклем (Архангел): 31 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Оҙондар): ?? км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Равтау): 7 км

Тарихы үҙгәртергә

Айытмәмбәт ауылы Инйәр йылғаһы янында урынлашҡан. Ауылға нигеҙ һалыусы билдәле түгел. Улдары тураһында ла мәғлүмәт табып булмай.

Айытмәмбәт ауылында 1795 йылда 65 кеше һәм 9 ихата була. 1859 йылдың X ревизияһына 28 ихатала 176 кеше йәшәгән. 1897 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса 271 кеше һәм 59 ихата теркәлгән, 1920 йылғы беренсе совет халыҡ иҫәбен алыу буйынса 315 кеше һәм 63 ихата теркәлә.

Кешеләр араһында мәжүси ышаныуҙарға бәйле һәм балаларҙы насар ҡараштан һаҡлаусы һирәк исемдәр (Алама — насар, Үлмәҫбикә — үлмәй торған) осраған.

XIX быуаттың 30-сы йылдар аҙағы — 40-сы йылдар башында ауыл халҡы ярым күсмә малсы булған, ләкин килемле хужалыҡ алып барыу өсөн мал етерлек кимәлдә булмай: 92 кешегә (16 йорт) 50 ат, 30 һыйыр, 60 һарыҡ, 44 кәзә тура килә. Игенселек тә үҫешмәгән — ни бары 24 бот ужым һәм 96 бот яҙғы иген 1843 йылда сәселгән.

Ошо сәбәптәр арҡаһында халыҡ умартасылыҡ (40 умарта һәм 15 солоҡ), ылаусылыҡ (Архангел заводына баҡыр рудаһы ташығандар), күрше урман сәнәғәтселәренә һалабаш ебетеү һәм уны пристангә ботон 1,5 һәм 2 тингә ташыу менән шөғөлләнгән[9].

Урамдары үҙгәртергә

  • Ассы урамы (рус.  Ассы (улица))
  • Бейе урамы (рус.  Бие (улица))
  • Йәштәр урамы (рус.  Молодежная (улица))
  • Үҙәк урам (рус.  Центральная (улица))
  • Мәктәп урамы (рус.  Школьная (улица))[10]

Билдәле шәхестәре үҙгәртергә

  • Япаров Ғарифулла Хәбибулла улы (1.07.1957), ғалим-агроном, политолог, юрист, юғары мәктәп уҡыутыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре, эшҡыуар. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2009), Башҡорт дәүләт аграр университеты профессоры (2013), Рәсәй Тәбиғәт фәндәре Академияһы академигы (2013). Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы (2012), Рәсәй юристары Ассоцициаһы (2012), «Архангель яҡташтары» йәмғиәт ойошмаһының идара рәйесе.

Матбуғатта үҙгәртергә

  • Йәшлек. 30 май 2019 йыл. Яңы мәктәп яңы өмөттәр уята[11]

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Численность и возрастно-половой состав населения по итогам Всероссийской переписи населения 2010 года. Муниципальный район Архангельский район Республики Башкортостан: статистический бюллетень — Уфа: Башкортостанстат, 2012 — 98 с., табл.
  2. Архангел районы почта индекстары 2013 йыл 21 июнь архивланған.
  3. ОК 19-95. Административ-төбәк бүленеше объекттарының Бөтәрәсәй классификаторы. (үҙгәрештәр менән)
  4. 4,0 4,1 4,2 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  5. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  6. Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан»
  7. Населенные пункты Республики Башкортостан (по данным Всероссийской переписи населения 2002 года). Статистический сборник./Башкортостанстат. — Уфа,2006. — 145 с.
  8. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  9. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 116. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  10. «Налог Белешмәһе» системаһында Айытмәмбәт ауылы
  11. [1](недоступная ссылка)