Азов буйы казаклығы, этнографияһы һәм мәҙәниәте музейы

2012

Иҫтәлекле урын
Азов буйы казаклығы, этнографияһы һәм мәҙәниәте музейы
Ил Рәсәй,
Адрес Ростов өлкәһе, Азов районы, Кагальник апуылы, Яр буйы урамы, 58а.
Төҙөлгән ваҡыты 2012 йыл

Азов буйы казаклығы, этнографияһы һәм мәҙәниәте музейы — Ростов өлкәһе Азов районының Кагальник ауылында Азов буйы казаклығы, этнографияһы һәм мәҙәниәте музейы.

Адресы: 346770, Ростов өлкәһе, Азов районы, ауылы Кагальник ауылы, Яр буйы урамы, 58а.

Тарихы үҙгәртергә

XVIII быуат һуңына тиклем Азов буйы Рәсәй дәүләтендә буфер, һуңынан сик буйы статусына эйә була. Былар крайға рәсәйҙәрҙең һәм сит ил халыҡтарының (әрмәндәр, гректар, немецтар) күсеп килеүенә, бында урыҫ казак ҡалалары, крәҫтиән слободалары, сик буйлап ҡәлғәләре, ауылдары. барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә. Йылға һәм диңгеҙ юлдары булыуы Азов буйын порттар, баҙарҙар, доктар, складтар урынлаштыру өсөн уңайлы яһай.

Был төбәктең айырмалы һыҙаты булып халыҡтың ҙур этник, социаль, конфессиональ һәм мәҙәни күп төрлөлөгө тора. Борондан алып ХХ быуаттың 70-се йылдарына тиклем урындағы халыҡ балыҡсылыҡ менән шөғөлләнә. Хәҙерге ваҡытҡа ул үҙ әһәмиәтен юғалтһа ла, мәҙәни әһәмиәткә эйә. Балыҡ менән сауҙа итеүҙең файҙаһы районда тауар-аҡса мөнәсәбәттәренең, балыҡ эшкәртеү һәм балыҡ үҫтереү предприятиеларының, транспорт системаһының, баҙарҙарҙың, ҡалаларҙың тиҙ үҫешенә килтерә. Ҡалалар ауыл райондарына урбанистик йоғонто яһай, һөҙөмтәлә урындағы халыҡ мәғарифҡа һәм мәҙәниәт ҡаҙаныштарына эйә була.

Азов буйы казаклығы, этнографияһы һәм мәҙәниәте музейы 2012 йылдың 26 ғинуарында асыла. Уны ойоштороуға Рәсәй Фәндәр академияһының Көньяҡ фәнни үҙәге рәйесе Геннадий Григорьевич Матишов ҙур өлөш индерә.

Музеәҙың ғилми хеҙмәткәрҙәре Дон дельтаһы балыҡсыларының традицион мәҙәниәтен өйрәнеү, ошо өлкәлә этнографик артефакттар һәм документтар йыйыу менән шөғөлләнә. Музей фондына Дон дельтаһы халҡының йорттары, Дон хуторындағы таш һәм ағас сиркәүҙәр макеттары, балыҡсылар кәсепселектә файҙаланған кәмәләр (кайка, каюк, байда, имән, баркас һәм башҡалар.), ауҙар, ишкәктәр[1] тупланған.

Музейҙәң төп экспозицияһы булып ике биләмә комплексы —  күбеһенсә казактар йәшәгән Дон хуторы, һәм крәҫтиән-малоростар йәшәгән Кагальник ауылы тора. Экспозици артефактарҙың нөсхәһендә — документтар, фотографиялар һәм көнкүреш әйберҙәре нигеҙендә эшләнгән. Музейҙа боронғо мебель, теген машинкаһы, самауырҙар һ б. бар. Шулай уҡ бында балыҡ тотоу ауҙарын, якорҙәр, үтектәр, казак көнкүрешенең башҡа предметтарын күрергә мөмкин. Дон ҡатын-ҡыҙҙары традицияларына бағышланған стенд та бар — заманында казачкалар көн үҙәгендә йыйылышып, кофе эскән. Был йолаға әйләнеп киткән һәм кофе булмағанда, казачкалар уны икенсе продукттар менән алмаштырған: ҡыҙҙырылған арпаны ваҡлап бешергәндәр, цикорий эскәндәр.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә