Азия-Тымыҡ океан иҡтисади хеҙмәттәшлеге

Азия-Тымыҡ океан иҡтисади хеҙмәттәшлеге (ингл. Asia-Pacific Economic Cooperation, APEC) — региональ сауҙа һәм капитал һалыуҙарҙы еңеләйтеү һәм либералләштереү өлкәһендә хеҙмәттәшлек өсөн Азия-Тымыҡ океан төбәгенең 21 экономикаһы форумы. Азия-Тымыҡ океан иҡтисади хеҙмәттәшлегенең маҡсаты — иҡтисади үҫеште арттырыу һәм төбәк илдәре берләшмәһен нығытыу.

Азия-Тымыҡ океан иҡтисади хеҙмәттәшлеге
Asia-Pacific Economic Cooperation

ағзалар
Ағза

21 экономика

Штаб-фатир

Сингапур Сингапур

Ойошма төрө

Иҡтисади форум

Етәкселәре
Нигеҙләнгән
Нигеҙләү

1989, Австралия Канберра

Бөтөрөлгән
-
Сайт

www.apec.org

 Азия-Тымыҡ океан иҡтисади хеҙмәттәшлеге Викимилектә

Ҡатнашыусы иҡтисадтарҙа донъя халҡының яҡынса 40 % йәшәй, уларға 54 % тиерлек Эске тулайым продукт һәм донъя сауҙаһының 44 % тура килә[1].

Тарих үҙгәртергә

Форум 1989 йылда Канберра ҡалаһында Австралия һәм Яңы Зеландия премьер-министрҙары тәҡдиме менән барлыҡҡа килә.

Азия-Тымыҡ океан иҡтисади хеҙмәттәшлеге ниндәйҙә булһа ойошма структураһыҙ йәғни ҙур бюрократик аппаратһыҙ ирекле кәңәш йыйыны булараҡ ойошторола. Сингапурҙа урынлашҡан ойошманың Секретариатында ҡатнашыусы экономикаларҙың вәкилдәренән 23 илсе, һәм тағы ла урындағы хеҙмәткәрҙәр эшләй.

Башта министрҙар кимәлендәге йыл һайын уҙғарылған кәңәшмәләр Азия-Тымыҡ океан иҡтисади хеҙмәттәшлегенең юғары органы була. 1993 йылдан ҡатнашыусы экономикаларҙың лидерҙарының осрашыуҙары ойоштороу эшмәкәрлегенең төп төрө булып китә. Был саммиттарҙа йыл эсендәге форум эшмәкәрлегенең дөйөм һығымтаһын барлаусы һәм артабанғы эшмәкәрлектең перспективаларын билдәләүсе декларациялар ҡабул ителә. Шулай уҡ ҙур аралыҡ менән тышҡы эштәр һәм иҡтисад министрҙары сессиялары уҙғарыла.

Азия-Тымыҡ океан иҡтисади хеҙмәттәшлеге төп органдары: консультацион эш советы, эксперттарҙың өс комитеты (сауҙа һәм инвестициялар буйынса комитет, иҡтисади комитет, административ-бюджет комитеты) һәм иҡтисадтың төрлө тармаҡтары буйынса 11 эш төркөмө.

Ағзалары үҙгәртергә

 
     хәҙерге экономикалар      кандидат экономикалар
Ҡатнашыусы экономикалар Инеү датаһы
 Австралия 1989
 АҠШ 1989
 Бруней 1989
 Индонезия 1989
 Канада 1989
 Корея Республикаһы 1989
 Малайзия 1989
 Сингапур 1989
 Таиланд 1989
 Филиппин 1989
 Яңы Зеландия 1989
 Япония 1989
 Гонконг, Ҡытай[2] 1991
 Ҡытай Тайбэйы[3] 1991
 Ҡытай Халыҡ Республикаһы[4] 1991
 Мексика 1993
 Папуа — Яңы Гвинея 1993
 Чили 1994
 Вьетнам 1998
 Перу 1998
 Рәсәй Федерацияһы 1998

Хәҙерге ваҡытта Азия-Тымыҡ океан иҡтисади хеҙмәттәшлегенә башлыса Тымыҡ океан буйлап яр һыҙығы булған 21 дәүләт инә. Ҡытай Халыҡ Республикаһы хуплауы менән был халыҡ-ара ойошмаға Тайвань ҡабул ителә. Һөҙөмтәлә Азия-Тымыҡ океан иҡтисади хеҙмәттәшлегендә ҡатнашыусы илдәр урынына ҡатнашыусы экономикалар термины ҡабул ителгән.

Азия-Тымыҡ океан иҡтисади хеҙмәттәшлегенә инергә теләк белдергән кандидат-экономикалар: Бангладеш, Камбоджа, Колумбия, Коста-Рика, Макао, Монголия, Лаос, Пакистан, Панама, Һиндостан, Шри-Ланка, Эквадор. Утрауҙағы дәүләт Гуамдың ойошмаға инеү өсөн ғариза биреүенә АҠШ ҡаршы сыҡҡан.

Саммиттар үҙгәртергә

ABC телеканаланың Канберралағы беренсе APEC форумынан репортаж  (инг.).
 
Сантьяго, Чили, 2004 йыл.
 
Ханой, Вьетнам, 2006 йыл.
 
Сидней, Австралия, 2007 йыл.
 
Пекин, Ҡытай, 2014 йыл.
Азия-Тымыҡ океан иҡтисади хеҙмәттәшлегенең осрашыуҙары
Дата Дәүләт Урыны
1-се 6—7 ноябрь 1989   Австралия Канберра
2-се 29—31 июль 1990   Сингапур Сингапур
3-сө 12—14 ноябрь 1991   Корея Республикаһы Сеул
4-се 10—11 сентябрь 1992   Таиланд Бангкок
5-се 19—20 ноябрь 1993   АҠШ Сиэтл
6-сы 15—16 ноябрь 1994   Индонезия Богор
7-се 18—19 ноябрь 1995   Япония Осака
8-се 24—25 ноябрь 1996   Филиппин Субик
9-сы 24—25 ноябрь 1997   Канада Ванкувер
10-сы 17—18 ноябрь 1998   Малайзия Куала Лумпур
11-се 12—13 сентябрь 1999   Яңы Зеландия Окленд
12-се 15—16 ноябрь 2000   Бруней Бандар-Сери-Бегаван
13-сө 20—21 октябрь 2001   ҠХР Шанхай
14-се 26—27 октябрь 2002   Мексика Лос Кабос
15-се 20—21 октябрь 2003   Таиланд Бангкок
16-сы 20—21 ноябрь 2004   Чили Сантьяго
17-се 18—19 ноябрь 2005   Корея Республикаһы Пусан
18-се 18—19 ноябрь 2006   Вьетнам Ханой
19-сы 8—9 сентябрь 2007   Австралия Сидней
20-се 22—23 ноябрь 2008   Перу Лима
21-се 14—15 ноябрь 2009   Сингапур Сингапур
22-се 13—14 ноябрь 2010 Япония} Иокогама
23-сө 12—13 ноябрь 2011   АҠШ Гонолулу
24-се 9—10 сентябрь 2012   Рәсәй Федерацияһы Владивосток
25-се 5—7 октябрь 2013   Индонезия Бали
26-сы 10—11 ноябрь 2014   ҠХР Пекин
27-се 18—19 ноябрь 2015   Филиппин Манила
28-се 2016   Перу Лима
29-сы 2017   Вьетнам Да-Нанг

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. APEC Secretariat website 2008 йыл 18 май архивланған.
  2. Гонконг ойошмаға 1991 йылда, Бөйөк Британияның колонияһы булып, «Гонконг» исеме аҫтында инә. 1997 йылда Гонконг ҠХР-ҙың махсус административ районы булып китә һәм «Гонконг, Ҡытай» атмаһын ҡабул итә.
  3. Ҡытай Халыҡ Республикаһы менән бәхәс һөҙөмтәһендә Ҡытай Республикаһы (Тайвань) ойошмаға «Ҡытай Тайбэйы» атамаһы менән ҡабул ителә.
  4. Ҡытай Халыҡ Республикаһы был осраҡта тик континенталь Ҡытайҙың ғына мәнфәғәттәрен сағылдыра, сөнки Гонконг һәм Аомынь айырым экономикалар тип иҫәпләнә.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

 (инг.)

  • Fazzone, Patrick B. (2012). «The Trans-Pacific Partnership—Towards a Free Trade Agreement of Asia Pacific?». Georgetown Journal of International Law 43 (3): 695–743. ISSN 1550-5200.

 (инг.)

  • Patrick Ziltener (2005): „Pazifische Drift – Die APEC zwischen Bi- und Multilateralismus“, in: Blätter für deutsche und internationale Politik, 12, S. 1465-1474 (нем.)

Һылтанмалар үҙгәртергә