Аза́лия (лат. Azalea) — арсалылар ғаиләһенә ҡарай (Вересковые (Ericaceae)) — Azalea L. .

төркөмө
Азалия
Исеме

Азалия

Атамаһының статусы

билдәләнмәгән

Латинса исеме

Azalea L.

Өҫтәге таксон

Ырыу Рододендрон

Вәкилдәре

Рододендронд ырыуының 37 төрөнөң береһе[1]

Викиһаҡлағыста рәсемдәрВикиһаҡлағыста рәсемдәр

Бейеклеге 1,5 метрға етеүсе был үҫемлек япраҡ ҡойоусы тармаҡлы ҡыуаҡтар төрөнә инә. Ырыуы — Рододендронд (Рододендрон (Rhododendron))

Ҡылыҡһырлама үҙгәртергә

Япраҡтары ваҡ, ҡуйы йәшел төҫтә, йомшаҡ мамыҡ менән ҡапланған була. Япраҡ плпстинкаһының формаһы оҙонса осло, уртаһында тамырсыҡтары күренеп тора.

Сәскә атыу осоронда ҡыуышлы, ябай һәм ялбыр сәскәләре сыға, уларҙың төҫө аҡтан алып ҡара шәмәхә төҫөнә тиклем була. Сәскәләр 2-6 бөртөк булып бер төркөмгә йыйыла. Сәскәнең уртаһында бер нисә һеркәс япрағы бар.

Галерея үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. см. раздел Ссылки: GRIN

Һылтанмалар үҙгәртергә