Ажен[9] (франц. һәм окс. Agen) — Францияның Яңы Аквитания төбәгендә Ло һәм Гаронн департаментының административ үҙәге. 162-метрлыҡ Эрмитаж ҡалҡыулығы итәгендә Гаронн яры буйында урынлашҡан. Халҡы 30 170 кеше тәшкил итә (1999 йыл).

Ажен
Флаг[d]
Логотип
Рәсем
Рәсми атамаһы Agen[1]
Дәүләт  Франция
Административ үҙәге Ло и Гаронна[d]
Административ-территориаль берәмек Ло и Гаронна[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d]
Статистическая область Q108921133? һәм Q3550904?
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Гаронна[d][2]
Хөкүмәт башлығы вазифаһы Mayor of Agen[d]
Хөкүмәт башлығы Жан-Дионис дю Сежур[d]
Халыҡ һаны 32 485 кеше (1 ғинуар 2021)[3]
Ир-егеттәр 15 472[4]
Ҡатын-ҡыҙҙар 18 104[4]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 48 ± 1 метр
Туғандаш ҡала Толедо[d], Динслакен[d], Туапсе[d], Лланелли[d], Корпус-Кристи[d] һәм Нисиномия[d]
Милке Stade Armandie[d]
Сиктәш Boé[d], Bon-Encontre[d], Colayrac-Saint-Cirq[d], Foulayronnes[d], Le Passage[d] һәм Pont-du-Casse[d]
Майҙан 11,49 км²[5]
Почта индексы 47000[6]
Электронная почта mairie.agen@agen.fr[7]
Рәсми сайт agen.fr[7]
Урынлашыу картаһы
Һәйкәлдәр исемлеге Список исторических памятников Ажена[d]
Портал открытых данных data.agen.fr[d][8]
Ссылка на страницу обратной связи agen.fr/contact-108.html[7]
Карта
 Ажен Викимилектә

Тарихы үҙгәртергә

Беренсе тапҡыр Юлий Цезарьҙың «Галл һуғыш тураһында яҙмаларында» нитиобригтар ҡәбиләһенең ҡалаһы Агиннум (лат. Aginnum) кеүек телгә алына. 509 йылда Хлодвиг ҡулына күсә. Урта быуаттарҙаXII быуаттан алып XV быуатҡа тиклем инглиз королдәре биләмәһенә ингән Аженуа графлығының баш ҡалаһы. 1578 йылда Маргарита Валуаға, уның Генрих Наваррский менән никахҡа инеүе ваҡытында бирнә итеп бирелә. Ажендан гуманист Скалигерҙар ғаиләһе сыҡҡан.

Иҫтәлекле урындары үҙгәртергә

 
Ажендың иҫке өлөшөндә типик урам

Ажендың тар боронғо урамдары лабиринты хәҙерге киң бульварҙарҙы киҫеп үтә. Тарихи биналар XII быуаттың Изге Капрасий соборын һәм Нотр-Дам-де-Жакобен (XIII быуат) доминикан монастырын үҙ эсенә ала. Ренессанс дәүеренең шәхси йорттарында Гойяның һәм импрессионистарҙың картиналарына бай художество музейы урынлашҡан.

Христианлығы үҙгәртергә

Христианлыҡ Аженда дүртенсе быуаттан да һуң ҡалмай урынлаша. Түбәндәге Ажен епископтары изгеләр рәтенә индерелгән:

  • Капрэ йәки Капрасий (Caprais, ?—303)
  • Фебад (Fébade, Phébade, 358—392)
  • Дульситий йәки Дульсидий (Dulcitius, V быуат)

Билдәле шәхестәре үҙгәртергә

  • Иосиф Юстус Скалигер (1540—1609), гуманист
  • Бернар Жермен Этьен де ла Виль (17561825), натуралист
  • Жан-Батист Бори де сен-Венсан (17801846), натуралист
  • Мишель Серр (1930), философ, фән тарихсыһы
  • Франсис Кабрель (1953), йырсы, композитор, йырҙар авторы
  • Жак Жансемин — билдәле гаскон шағиры

Туғандаш ҡалалар үҙгәртергә

Климаты үҙгәртергә

Ажен климаты
Күрһәткес Ғин. Фев. Март Апр. Май Июнь Июль Авг. Сен. Окт. Нояб. Дек. Йыл
Абсолют максимум, °C 20,1 22,3 26,3 30,2 33,6 38,5 38,8 40,9 36,7 31,7 23,9 21,2 40,9
Уртаса максимум, °C 8,9 11,2 14,4 16,9 21 24,5 27,1 26,8 24,1 19,2 12,6 9,1 18
Уртаса температура, °C 5,5 6,9 9,3 11,7 15,4 18,8 21 20,8 18,1 14,2 8,8 5,9 13,1
Уртаса минимум, °C 2 2,5 4,1 6,4 9,9 13 14,9 14,7 12,1 9,2 4,9 2,6 8,1
Абсолют минимум, °C −17,4 −21,9 −10,5 −3,4 −1,6 3,9 7 4,7 1 −4,4 −8,6 −12,1 −21,9
Яуым-төшөм нормаһы, мм 59,6 54,6 53,8 62,1 79,5 62,2 53 55,7 59,3 59,9 60,5 65,4 725,9
Сығанаҡ: http://meteostats-bzh.ath.cx:93/meteostats/station-102-1958-2008.php (недоступная ссылка с 12-10-2016 (2745

 дня))

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. https://www.insee.fr/fr/information/3363419
  2. Sandre
  3. Populations légales 2021Национальный институт статистики и экономических исследований Франции, 2023.
  4. 4,0 4,1 Национальный институт статистики и экономических исследований Франции — 1946.
  5. база данных о французских коммунахНациональный географический институт Франции.
  6. Base officielle des codes postauxLa Poste, 2018.
  7. 7,0 7,1 7,2 https://lannuaire.service-public.fr/nouvelle-aquitaine/lot-et-garonne/mairie-47001-01
  8. https://open-collectivites.fr/plateformes-open-data-locales/
  9. Произносится [aʒɛ̃]; русская транслитерация Ажан ошибочна.