Агте Адольф Андреевич

Эссэлэмэгэлэйкум уэ рэхмэтуллаhу уэ бэрэкэтуhy Кэзерле мухэрирзэр Адольф Андреевич Агте (17751832) — рус тау инженеры, уйлап табыусы, алтын һәм көмөш етештереүҙең яңы ысулдарын уйлап табыусы[1].

Биографияһы үҙгәртергә

1775 йылда Аренсбург ҡалаһында (Сааремаа утрауындағы хәҙерге Эстонияның Курессаар ҡалаһы) тыуған. Сығышы менән Агте немец дворяндары нәҫеленән. Уның атаһы, Иоганн Андреас Агте, XVIII быуат уртаһында Германия Саксонияһынан Рәсәй империяһына күсә һәм дәүләт хеҙмәтенә урынлаша[2].

Адольф Агте Санкт-Петербург ҡалаһының Тау училищеһына уҡырға инә. 19 йәшендә курсты тамамлай. 1795 йылдың 1 майында 13-сө класлы шихтмейстер, ә 1799 йылдың 10 июнендә — берг-гешворен итеп тәғәйенләнә. 1795 йылда Агте Нерчинский заводтары штатына индерелә һәм Шилкинский рудниктары смотрителы итеп билдәләнә, ә 1798 йылдан — ошо завод һәм рудниктар менән идара итә[3]. 1799 йылда уға Санкт-Петербург ҡалаһына көмөш илтеү йөкмәтелә. 1800 йылда, баш ҡалала сәфәрҙә булып ҡайтҡас, Уралда Екатерина һәм Кутомарский заводтарының идара итеүсеһе итеп тәғәйенләнә.

1802 йылда Екатеринбург тау етәкселегенең беренсе департаментына обер-бергпробирер урынына тәғәйенләнә. 1807 йылда департамент бөтөрөлгәндән һуң, Агте Екатеринбург заводында тау начальнигы ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнә, лаборатория һәм амальгамирлы етештереү (йәғни руданан көмөш һәм алтынды терегөмөш ярҙамында эләктереү) менән етәкслек итә. Алтын иретеү ысулдарын камиллаштырыуға өлгәшә, шул арҡала күп металды һаҡлап ҡалырға өлгәшелә. Бынан тыш, Агте руданан ваҡ алтын өлөшсәләрен айырып алыу процесын камиллаштыра. Ул Екатеринбургта амальгамирлы етештереү проекты авторы була[4]. Агтеның новаторлыҡ идеялары ҡаҙнаға байтаҡ табыш килтерә, һәм ул бының өсөн 1816 йылда 5000 һум бүләк ала.

1825 йылда Агте Златоуст заводтарына, Златоуст фабрикаһында эшләүсе сит ил ҡорал эшләү оҫталары дәғүәһен тикшереү өсөн ебәрелә. Ул күп һанлы енәйәти факттар асыҡлай, шунан һуң урындағы етәксе С. П. Татаринов эшенән бушатыла, ә уның урынына (йәғни Златоуст ҡорал фабрикаһы етәксеһе һәм Златоуст заводы тау башлығы урынына) 1826 йылда Агтены тәғәйенләйҙәр. Агте иң яҡшы белгес һәм ойоштороусы репутацияһы менән файҙалана. Ул алтын йыуыу машиналары конструкцияһын камиллаштыра. Агте беренсе булып алтынлы ҡомдо ыуыу өсөн әйләнеп тороусы мискәләр ҡуллана, аҙаҡ улар оҙаҡ ваҡыт «Агте мискәләре» тип атап йөрөтөлә. Был уйлап табыуы өсөн ул 1830 йылда 6000 һум бүләк ала. 1831 йылда Агте Екатеринбургҡа берг-инспектор итеп күсерелә.

Агте Екатеринбург тау ғилми йәмғиәте (1825) һәм Мәскәү университеты янындағы тәбиғәтте һынаусылар йәмғиәте ағзаһы булып тора.

Адольф Андреевич Агте 1832 йылдың 13 апрелендә Екатеринбургта вафат була.

Наградалары үҙгәртергә

Ордендары:

  • 2-се дәрәжә Изге Анна (1825);
  • 4-се дәрәжә Изге Владимир (1825);
  • 3-сө дәрәжә Изге Владимир (1828).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Козлов А. Г. Творцы науки и техники на Урале, XVII-начало XX века: Биографический справочник. — Средне-Уральское книжное изд-во, 1981. — С. 7.
  2. Агте В.С. Уральский горный инженер Адольф Андреевич Агте. ugo10.ucoz.ru. Дата обращения: 23 май 2014.
  3. Агте, Адольф Андреевич // Русский биографический словарь : в 25 томах. — СПб.М., 1896—1918.
  4. Карев В. М. Немцы России: А-И. — ЭРН, 1999.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Агте, Адольф Андреевич в словаре Baltisches Biographisches Lexikon digital (нем.)