Авдеев Михаил Васильевич

Авдеев Михаил Васильевич (28 сентябрь 1821 йыл, Ырымбур — 1 февраль 1876 йыл, Санкт-Петербург) — Рәсәй империяһы яҙыусыһы, әҙәби тәнҡитсе, публицист. Башҡортостан тәбиғәтен һәм башҡорттарҙың 19-сы быуат уртаһындағы көнкүрешен урыҫ әҙәбиәтендә тәүгеләрҙән булып һүрәтләүсе.

Михаил Авдеев
Эшмәкәрлеге:

прозаик, әҙәби тәнҡитсе

Йүнәлеше:

проза

Жанр:

хикәйә, повесть, роман

Дебют:

«Стальное кольцо» (1838)

Әҫәрҙәре Lib.ru сайтында

Биографияһы үҙгәртергә

Михаил Васильевич Авдеев 1821 йылдың 28 сентябрендә (ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, 22 сентябрҙә) хәҙерге Ырымбур ҡалаһында тыуған, сығышы менән боронғо һәм бай казактар нәҫеленән[1]. Тәүге белемде өйҙә, филоматтар эше буйынса һөргөнгә ебәрелгән Томаш Зан етәкселегендә ала. Өфө гимназияһында уҡый, артабан Петербург бәйләнеш юлдары инженерҙары институтын тамамлай.

Санкт-Петербург[2] ҡалаһының Волков зыяратында «Литераторские мостки» биләмәһендә ерләнгән.

Ижады үҙгәртергә

Авдеев — Тургеневтың фекерҙәше һәм замандашы, ҙур билдәлелек яулаған[3]. Матбуғатта беренсе тапҡыр 1838 йылда «Стальное кольцо» хикәйәһен баҫтыра.

Авдеевтың повесть һәм романдары «Современник» журналында баҫылып сыға. Бигерәк тә уның, төп геройы — һоҡландырғыс, тик эшлекһеҙ Печориндарға алмашҡа килгән яңы эшлекле кеше тибы булған, «Тамарин» (1852) һәм ирекле мөхәббәт мәсьәләһенә ҡараш белдереүсе «Подводный камень» (1860) романдары ҡыҙыҡһыныу уята. Авдеев романдарының ваҡиғалар урыны — алпауыттар тормошоноң күркәм тыныслығында һәм университет түңәрәктәрндә тәрбиәләнгән геройҙарының бөтмәҫ бәхәстәре менән дворяндар ояһы. Авдеев үҙенең романдарында эшлекле кеше образын һүрәтләй. Уның ҡатын-ҡыҙҙарҙы азат итеү идеялары ҡыҙыҡлы.

Шулай уҡ уның «Меж двух огней» (1868; айырым баҫма 1869) романын һәм уның мәҡәләләренән торған «Наше общество в героях и героинях литературы за 50 лет (1820—1870)» (1874, 1907) китабын билдәләргә кәрәк.

Әҫәрҙәре үҙгәртергә

  • Собрание сочинений.2 тт. изд. Ф. Т. Стелловского. — СПб. 18681870.
 
«Литераторские мостки» биләмәһендә М. В. Авдеевтың ҡәбер ташы

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Муратов А. Б. Авдеев Михаил Васильевич // Русские писатели 1800—1917. Биографический словарь / П. А. Николаев (гл. ред.). — М.: Сов. энциклопедия, 1989. — Т. 1: А—Г. — С. 14—15.
  2. Могила М. 2010 йыл 15 июнь архивланған.
  3. Ҡалып:Из ЛЭ

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Никитин Н. (П. Ткачёв). Подрастающие силы. «Дело». 1869. № 9—10.
  • Никитин Н. (П. Ткачёв). Идеалист мещанства. «Дело». 1877. № 1.
  • Никитин Н. (П. Ткачёв). Михайловский Н. Сочинения. т. II. — СПб. 1899.
  • Венгеров С. А. Критико-биографический словарь. т. I. — СПб. 1889.
  • Муратов А. Б. Авдеев Михаил Васильевич // Русские писатели 1800—1917. Биографический словарь / П. А. Николаев (гл. ред.). — М.: Сов. энциклопедия, 1989. — Т. 1: А—Г. — С. 14—15.
  • Ҡалып:ЛЭ-ОД

Һылтанмалар үҙгәртергә