Абрамов Николай Викторович

Абрамов Николай Викторович (вепс. Nikolai Abramov, рус. Николай Викторович Абрамов, 1961 йылдың 24 ғинуарында Ленинград өлкәһендәге Подпорожье районының Ладва ауылында тыуған) — шағир, журналист, әҙәбиәт тәржемәсеһе, Рәсәй Федерацияһы Яҙыусылар Союзы ағзаһы. Милләте буйынса вепс.

Николай Абрамов
вепс. Nikolai Abramov
Тыуған көнө:

1961({{padleft:1961|4|0}})

Тыуған урыны:

Ладва, Ленинград өлкәһе

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР, Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

РФ Яҙыусылар союзы ағзаһы, журналист, тәржемәсе

Жанр:

шағир

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

вепс, рус

Биографияһы үҙгәртергә

Николай Абрамов Ленинград өлкәһендәге Подпорожье районының Ладва ауылында тыуып үҫкән. 1978 йылда Винницы ауылы урта мәктәбен тамамланып, Ленинград топография техникумында, артабан Петрозаводск дәүләт университетында һәм Карел Дәүләт педагогия университетында уҡый. Грузчик, совхоз эшсеһе, пилорама рамасыһы, ауылдағы Мәҙәниәт йорто директоры, геодезия экспедицияһы эшсеһе, рәссәм, «Свира уттары» район гәзите мөхәррире, «Kodima» («Тыуған ер») вепс милли гәзите мөхәррире һәм баш мөхәррире, «Финн-уғыр газетаһы» хәбәрсеһе булып эшләгән. 2008 йылға тиклем «Kodima» гәзитенең бер бүлегенең мөхәррире булып эшләне.