Абдрахманов Данияр Мәүлийәр улы

ғалим

Абдрахманов Данияр Мәүлийәр улы (рус. Абдрахманов Данияр Мавлиярович; 25 ноябрь 1980 йыл) — ғалим-философ. 2021 йылдың 25 мартынан Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһы ректоры. Философия фәндәре кандидаты, доцент.

Абдрахманов Данияр Мәүлийәр улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 25 ноябрь 1980({{padleft:1980|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (43 йәш)
Тыуған урыны Башҡортостан Республикаhы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө университет уҡытыусыһы
Эш урыны Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһы
Биләгән вазифаһы ректор[d]
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә философия фәндәре кандидаты[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Данияр Мәүлийәр улы Абдрахманов 1980 йылдың 25 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуған. 2003 йылда Башҡорт дәүләт университетының фәлсәфә һәм социология факультетын «Социаль эш» һөнәре буйынса тамамлаған. Шул уҡ 2003 йылда Башҡорт дәүләт университетының фәлсәфә кафедраһы аспирантураһында уҡый башлай һәм уны 2006 йылда тамамлай. 2002—2003 йылдарҙа, студент сағында, һәм 2005—2006 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетында аспирантурала уҡыған сағында Башҡортостан Республикаһы Президентының стипендиаты була. 2002—2003 йылдарҙа В. Потанин фондының степендиаты. 2004—2007 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының фәлсәфә һәм социология факультетындағы социаль эш кафедраһында ассистент, өлкән уҡытыусы булып эшләй. 2005—2007 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Милләт һәм тел мөнәсәбәттәрен өйрәнеү үҙәгендә кесе ғилми хеҙмәткәр, ғилми хеҙмәткәр, ғилми секретарь була. 2007—2008 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының «Гуманитар тикшеренеүҙәр институты» директоры урынбаҫары. 2008 йылдың апреленән 2009 йылдың февраленә тиклем "Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының гуманитар тикшеренеүҙәр институтының" директоры урынбаҫары. 2007—2016 йылдарҙа Рәсәй дәүләт социаль университетының Өфә ҡалаһындағы филиалында доцент һәм фәнни эш буйынса директор урынбаҫары (2014—2015) була. 2009 йылдың февраленән алып 2016 йылдың февраленә тиклем «Башҡортостан Республикаһы Гуманитар тикшеренеүҙәр институты» директорының урынбаҫары. 2016 йылдың февраленән алып М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Мосолман белеме биреүҙе үҫтереү Тармаҡ-ара ғилми тикшеренеүҙәр үҙәге директоры. 2017 йылдың июленән башлап М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның «Рухи хәүефһеҙлек һәм дини белем биреүҙе үҫтереүҙең Ғилми тикшеренеүҙәр институты» директоры. 2019 йылдың мартынан алып 2021 йылдың ғинуарына тиклем — Болғар ислам академияһы (Татарстан) ректоры (РФ Президенты ҡушыуы буйынса булдырылған федераль проект, Рәсәйҙә ислам белеме биреүҙең юғары баҫҡысы). 2020 йыл — Башҡорт дәүләт педагогия университеты магистры (психология-педагогика белеме буйынса). 2007—2016 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Дәүләт фәнни-техник программалары, Рәсәй фундаменталь тикшеренеүҙәр фондының гранты һәм Рәсәй гуманитар фәндәр фонды етәксеһе. Башҡортостан Республикаһында 2007-2009 йылдарға Наркомания, алкоголизм һәм тәмәке тартыуҙы профилактикалау концепцияһын эшкәртеүселәрҙең береһе, Башҡортостан Республикаһында 2006—2010 йылдарға Наркоманияны профилактикалау программаһын, 2010—2014 йылдарға «Рәсәй Федерацияһы башҡорттары» республика программаһын, БР-ның «Башҡортостан» тарихи-мәҙәни атласын, «Башҡорт халҡы тарихы» концепцияһының етенсе томын, 2012 йылда БР-ның этнос-ара мөнәсәбәттәр өлкәһендәге Дәүләт сәйәсәте концепцияһы проектын, 2012—2016 йылдарға БР-һы халыҡтары телдәрен һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү дәүләт программаһын, БР-ы граждандар берҙәмлеге һәм милләт-ара ярашыуҙың дәүләт программаһын эшкәртеүселәрҙең береһе. Д. М. Абдрахманов «Проектирование, прогнозирование и моделированиеи в социальной работе», «Основы социальной наркологии», «Технологии социальной работы с наркозависимыми», «Основы социального прогнозирования», «Технология социальной работы», «Основы социальной работы в пенитенциарной системе», «Кадровое управление», «Духовная безопасность и профилактика экстремизма» махсус курстарын эшкәртеүсе. Рәсәй Федерацияһының наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу Федераль хеҙмәте идараралығы менән берлектә Башҡортостан Республикаһы буйынса наркоманияны профилактикалау буйынса эффектив технологиялар эшкәртеү буйынса масштаблы эш алып барыусы. 180-дән артыҡ фәнни публикациялар, шул иҫәптән монографиялар һәм уҡыу әсбаптары авторы. Инглиз һәм төрөк телдәрен яҡшы белә. Ғаиләһендә ике ҡыҙы үҫә. 2021 йылдың 25 мартынан Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры[1].

Фәнни тикшеренеү өлкәләре үҙгәртергә

Социаль фәлсәфә, девиант холоҡ социологияһы, миграция, наркоманияны профилактикалау, конфессия-ара мөнәсәбәттәре һәм экстремизмды профилактикалау. Башҡортостан Республикаһының Наркотиктарға ҡаршы комиссияһы ҡарамағындағы Ҡануниәтте камиллаштырыу эшсе төркөмөнөң ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының Белем биреү һәм фән министрлығы ҡарамағындағы эшсе төркөм ағзаһы. «Образование и духовная безопасность» фәнни журналының баш мөхәррире. 2012—2016 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһының Башҡортостан Республикаһы буйынса УФСКН Йәмәғәт советы рәйесе. 2007—2016 йылдар дауамында Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Йәш ғалимдар советы рәйесе. 2020 йылдан Татарстан Президенты ҡарамағындағы Милләт-ара һәм конфессиялар-ара мөнәсәбәттәр советы рәйесе.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Башҡортостан Республикаһы Президентының стипендиаты (2002—2003, 2005—2006 йылдар).
  • В. Потанин фонды степендиаты (2002—2003 йылдар).
  • Башҡорт дәүләт университетының Ғилми советы стипендиаты (2007 йыл).
  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең йәш ғалимдарға Гранты (2007, 2013 йылдар).
  • Башҡортостан Республикаһының генерал-лейтенан В. И. Кокин исемендәге Йәштәр премияһы лауреаты (Маҡсатлы республика программаларын эшкәртеүгә индергән ҙур өлөшө, наркоманияны профилактикалау һәм наркомандарҙы реабилитациялау буйынса социаль проекттар һәм программаларҙы әҙерләү һәм бойомға ашырыу өсөн, 2013 йыл).
  • Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты (2014 йыл).
  • Рәсәй наркотиктар әйләнеше контроле буйынса Федераль хеҙмәттең Почет Грамотаһы (2016 йыл).
  • Хеҙмәт ветераны (2015 йыл).

Сығанаҡтар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә