Ёлкин Иван Сергеевич

Ёлкин Иван Сергеевич (22 март 1924 йыл3 апрель 1991 йыл), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, гвардия подполковнигы. Советтар Союзы Геройы (1945).

Иван Сергеевич Ёлкин
Тыуған ваҡыты

22 март 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Туймазы районы Покровка ауылы

Үлгән ваҡыты

3 апрель 1991({{padleft:1991|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (67 йәш)

Вафат урыны

Белоруссия, Гродно ҡалаһы

Хеҙмәт иткән урыны

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Ғәскәр төрө

пехота

Хеҙмәт итеү йылдары

19421970

Хәрби звание
Подполковник
Подполковник
Хәрби алыш/һуғыш

Бөйөк Ватан һуғышы

Наградалар һәм премиялар
Советтар Союзы Геройы
Ленин ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены — 1985

Биографияһы үҙгәртергә

Иван Сергеевич Ёлкин 1924 йылдың 22 мартында БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы) Покровка ауылында тыуған. 

1950-се йылдарҙа Мәскәү ҡалаһында М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академияны тамамлаған. 1942 йылдан алып Ҡыҙыл Армияһында хеҙмәт итә. 1943 йылдан башлап Көньяҡ-Көнбайыш, 3‑сө Украина һәм 1‑се Белоруссия фронттарында була. Герой исеменә 8‑се гвардия армияһы 88‑се гвардия уҡсылар дивизияһының 266‑сы гвардия уҡсылар полкының взвод командиры гвардия лейтенанты 1945 йылдың 14 ғинуарынды Радом ҡалаһынан төньяҡ-көнсығыштараҡ дошман оборонаһын өҙгәндә, 25 ғинуар Познань ҡалаһынан (икеһе лә — Польша) төньяҡтараҡ Варта йылғаһын аша сыҡҡанда һәм һул яҡ ярҙағы плацдармды һаҡлап ҡалыуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн лайыҡ була. 1963 йылдан алып запаста.

Иван Сергеевич Ёлкин 1991 йылдың 3 апрелендә Белоруссияның Гродно ҡалаһында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Советтар Союзы Геройы (1945).
  • «Алтын Йондоҙ» миҙалы (24.03.1945)[1]
  • Ленин ордены (24.03.1945)
  • Ҡыҙыл Байраҡ ордены (27.02.1945 )[2]
  • 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (06.04.1985)[3]

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  2. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  3. Бүләкләнеүсенең учёт карточкаһынан мәғлүмәт «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында

Сығанаҡтар үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
  • Подвиги их — бессмертны. — Уфа: Китап, 2000.
  • Славные сыны Башкирии. Книга 3. — Уфа, 1968.

Һылтанмалар үҙгәртергә