«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы

Һуғыш йылдарындағы хеҙмәт алдынғыларына бирелгән СССР наградаһы

«1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 6 июнендәге Указына ярашлы булдырыла. Миҙал һүрәте авторҙары — рәссамдар И. К. Андрианов һәм Е. М. Романов.

«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы
Нигеҙләү датаһы 6 июнь 1945
Рәсем
Дәүләт  СССР
Юғарыраҡ дәрәжә "Праганы азат иткән өсөн" миҙалы
Түбәнерәк дәрәжә «Хеҙмәт ветераны» миҙалы
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән Баҡыр
Һүрәтләнгән объект Сталин Иосиф Виссарионович
Изображение орденской планки
Һаны 16 096 750
Лауреаттар категорияһы Категория:«1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
 «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы Викимилектә

Миҙал тураһындағы Положение үҙгәртергә

«1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы менән

  • эшселәр, транспорт һәм сәнәғәт инженер-техниктары һәм персонал хеҙмәткәрҙәре;
  • колхозсылар һәм ауыл хужалығы белгестәре;
  • фән, техника, әҙәбиәт һәм сәнғәт хеҙмәткәрҙәре;
  • Бөйөк Ватан һуғышында фиҙаҡәр һәм маҡтаулы хеҙмәте менән Советтар Союзының Германияны еңеүҙе тәьмин иткән совет, партия, профсоюз һәм башҡа йәмәғәт ойошмалары хеҙмәткәрҙәре бүләкләнә.

СССР Юғары Советы Президидиумы Секретиариаты 1945 йылдың 21 авгусында раҫлаған Миҙалды тапшырыу тәртибе тураһындағы положениеға ярашлы, миҙал менән 1941 йылдың июненән 1945 йылдың майына тиклем бер йылдан да кәм булмаған осорҙа предприятиела, учреждениела, совхозда, МТС-та эшләгән кешеләр бүләкләнә.

«1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы үрҙә күрһәтелгән 6 айҙан кәм булмаған осорҙа эшләгән шарты менән производствоға әйләнеп ҡайтҡан Ватан һуғышы инвалидтары, һөнәрселек училищеларын һәм мәктәптәрен тамамлаған, инвалидлыҡ буйынса эшенән азат ителгән, ғаилә хәле буйынса эшенән азат ителгән ҡатын-ҡыҙҙар бүләкләнә.

Миҙал Бөйөк Ватан һуғышы осоронда производствоға әйләнеп ҡайтҡан ҡарт эшселәргә, хатта алты айҙан кәмерәк ваҡыт эшләүгә ҡарамаҫтан, тапшырыла.

Колхозсыларға миҙал колхозда билдәләнгән хеҙмәт көндәре артығы менән үтәлгән һәм колхоз хеҙмәт тәртибен һаҡлаған шарты менән тапшырыла.

«1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы күкрәктең һул яғында йөрөтөлә һәм «Праганы азат иткән өсөн» миҙалынан һуң урынлаштырыла.

1987 йылдың 1 ғинуарына ҡарата «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы менән яҡынса 16 100 000 кеше бүләкләнгән[1].

Миҙал тасуирламаһы үҙгәртергә

«1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы баҡырҙан яһала, 32 миллиметр диаметрлы дөрөҫ түңәрәк формаһынан ғибәрәт.

Миҙалдың алғы яғында — маршал формаһында И.В. Сталиндың түшкә тиклемге һүрәте. Миҙал әйләнәһенә өҫкө өлөшөндә — «НАШЕ ДЕЛО ПРАВОЕ», аҫҡы өлөшөндә түңәрәк буйлап «МЫ ПОБЕДИЛИ» яҙыуҙары бар.

Миҙалдың кире яғында түңәрәк буйлап — «ЗА ДОБЛЕСТНЫЙ ТРУД», ә уртаһында — «В ВЕЛИКОЙ ОТЕЧЕСТВЕННОЙ ВОЙНЕ 1941—1945 ГГ.» яҙыуҙары, өҫкө өлөшөндә — ураҡ һәм сүкеш, аҫҡы өлөшөндә — биш осло йондоҙсоҡ.

Миҙалдағы бөтә яҙыуҙар һҙәм һүрәттәр ҡабарынҡы итеп эшләнгән.

Миҙал биш мөйөшлө ҡалыпҡа элмәк һәм дүңгәләк ярҙамында тоташтырыла,ҡалып 24 мм киңлегендәге ҡыҙыл ебәк таҫма менән ҡапланған. Таҫма уртаһынан 7 миллиметрлыҡ йәшел төҫтәге буй үтә. Таҫма ситтәре тар ғына һары төҫтәге буйҙар менән ҡаймаланған.

Иллюстрациялар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Балязин В. Н. За подвиг ратный и трудовой. — М.: Просвещение, 1987. — С. 191.
  2. Такие удостоверения выдают в РФ лицам, не получившим медаль в своё время по тем или иным причинам (сама медаль не выдаётся). В ранних «советских» вариантах на левой половинке удостоверения помещено чёрно-белое изображение медали; в более поздних удостоверениях советского периода изображение медали также отсутствует.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Володин А. Н., Мерлай Н. М. Медали СССР. — СПб.: Печатный двор, 1997. — С. 102—103. — ISBN 5-7062-0111-0.
  • Колесников Г. А., Рожков А. М. Ордена и медали СССР. — Мн.: Народная асвета, 1986. — С. 88—89.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә