«Йәшлек анты» Таганрог подпольщиктарына һәйкәл

1973

Һәйкәл
«Йәшлек анты» Таганрог подпольщиктарына һәйкәл
Ил Рәсәй
Ҡала Таганрог, Спартак тыҡырығы
Скульптор Грачёв Владимир Павлович,
Грачёва Валентина Митрофановна
Төҙөлгән ваҡыты 1973 йыл

«Йәшлек анты» Таганрог подпольщиктарына һәйкәл — Таганрогта 1973 йылда ҡуйылған монументаль скульптура композицияһы.19411943 Таганрог немец оккупацияһында булғанда ҡалала ойошторолған йәштәрҙең фашистарға ҡаршы ойошторолған ойошмаһына — Таганрог подпольеһы иҫтәлегенә бағышлана[1].

Һәйкәл үҙгәртергә

Авторҙары — Владимир Грачев менән Грачева Валентина. Постаментты һәм тирә-яҡ территорияны төҙөкләндереүҙе архитектор Е. В. Пантелеймонов проектлай.

Скульптура төркөмөнөң бейеклеге — 4 метр[2]. Егет һәм ҡыҙ фигураһы тимер-бетондан ҡойола һәм сүкелгән йоҡа еҙ табағы менән ҡаплана. Табаҡтарҙың тоташтырылған ере иретелеп, тигеҙләнә.

Скульптура төркөмө ҡыҙыл гранит менән көпләнгән ярты метрлыҡ постаментҡа урынлаштырылған.

Подпольщиктарҙың фигураһы алдына «Ант» һүҙҙәре яҙылған стилләштерелгән түңәрәк ҡуйылған.

 

Я, вступая в ряды борцов Советской власти против немецких захватчиков,
клянусь, что:
1. Буду смел и бесстрашен в выполнении даваемых мне заданий.
2. Буду бдителен и не болтлив.
3. Беспрекословно буду выполнять даваемые мне поручения и приказы.
4. Если я нарушу клятву, пусть моим уделом будет
всеобщее презрение и смерть

 

Скульптор Грачевтар һәйкәлде эшләгәндә подпольщиктарҙың ғәҙәттәге батырҙарса һынланышынан баш тартҡан[3]. Авторҙар әле формалашып та өлгәрмәгән, фашист оккупацияһы машинаһы менән нисек көрәшеүҙәрен дә күҙ алдына килтермәгән, әммә Ватаны һәм тыуған ҡалаһы өсөн үлергә лә әҙер йәш үҫмерҙәрҙең образын тыуҙырған.

Фрунзе урамынан һәйкәлгә алып барыусы баҫҡыстың аҫҡы майҙансығына Геннадий Сухорученконың шиғыр юлдары яҙылған ҙур ҡыҙыл гранит таш ҡуйылған:

 

Поклонитесь, потомки,
Героям народного мщенья!
Был нелёгок их путь,
Но других не искали дорог.
Поклонитесь, потомки,
На площади этой священной
Быть достойными тех,
Кто погиб за родной Таганрог

 

Эшләнеү тарихы үҙгәртергә

Файл:Grachev's.jpg
Владимир Грачев менән Валентина Грачева, 1970 йылдар

1965 йылда, Бөйөк Еңеүҙең 20 йыллығы алдынан Таганрог подпольщиктарының бер төркөмөн үлгәндән һуң ордендар һәм миҙалдар менән бүләкләйҙәр, Фашистарға ҡаршы Таганрог подполье ойошмаһы комиссарына Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Генрих Гофман «Таганрог геройҙары» повесын яҙа башлай. Шул уҡ ваҡытта Спартак тыҡырығы буйындағы скверға: «Бында Таганрог подпольеһы геройҙарына һәйкәл ҡуйыласаҡ!» тигән мемориаль таҡтаташ урынлаштырыла[4].

Эш бары тик 1972 йылда, Таганрог ҡала комсомол комитетының беренсе секретары итеп Е. А. Струков тәғәйенләнеп, мәсьәләне хәл итергә нң һыҙғанып тотонғас ҡына алға китә.

Һәйкәлдең Грачевтар эшләгән тәүге варианты яланғас егет һәм ҡыҙ фигураһын кәүҙәләндерә. Әммә уны КПСС-тың Таганрог ҡала комитетының беренсе секретары И. Е. Есауленко кире ҡаға. Скульпторҙар йәштәрҙе «кейендергәс», проект СССР Рәссамдар берлегенең өлкә бүлексәһе ултырышында раҫлана .

Монумент ҡала йәштәренең өмәләрҙә һәм ял көндәрендә эшлгән аҡсаһына төҙөлә[5]. Шулай уҡ заводтарҙың комсомол комитеттарынан «йәлеп ителгән аҡсалар» ҙа файҙаланыла[6].

Мемориалды ҡороуҙа «Донбассэнергострой», «Кавэлектромонтаж», ДРСУ, «Водоканал» идаралығы әүҙем ҡатнаша[7]. Таганрог радиотехник институты студенттары вахта ысулы менән эшләүсе махсус студенттар төҙөлөш отряды ойоштора. Комсомол бригадаларының эшен ойоштороу һәм йүнәлеш биреү ҡала комсомол комитетының икенсе секретары Сергей Шилоға йөкмәтелә.

Һәйкәл фигуралары Таганрог суднолар ремонтлау заводында ҡойола[8], мастеры — В. В. Солнцев. Башҡа мәғлүмәттәр буйынса, фигураларҙы Грачевтар Таганрог диңгеҙ портының механика оҫтаханаларында эшләй"[9]. Һындарҙы порттан килтереү һәм урынлаштырыу тәжрибәле докерҙар В. И. Меркулов, А. Д. Прокопенко, Л. И. Зыковҡа йөкмәтелә.

1972-1973 йылдарҙа сквер реконструкциялана[10]. Фрунзе урамы яғына ауышлыҡ пробелмаһы киң баҫҡыс эшләү иҫәбенә хәл ителә. Майҙан уртаһына ҙур плиталар һалына, уның ике яғанын асфальт юл үтә, газондар һәм сәскә түтәлдәре эшләнә. Скверҙы реконструкциялау ҡала предприятиелары, студенттар һәм уҡыусылар көсө менән тормошҡа ашырыла.

Грачевтарҙың «Йәшлек Анты» скульптораһыГрачева" 1972 йылда Таганрогты немец-фашист илбаҫарҙарынан азат итеүҙең 30-йыллығына арналған сәнғәт әҫәрҙәре күргәҙмәһендә үҙәк урында була[11].

Урыны үҙгәртергә

 
1-се гимназия скверы, XIX быуат

«Йәшлек анты» мемориалын ҡуйыу өсөн һайланған урын тәрән символикаға эйә. Ул Спартак тыҡырығының уртаһында, һуғышҡа тиклем А. П. Чехов исемендәге 2-се урта мәктәп булған Чехов гимназияһы алдына ҡуйыла. Элек тыҡырыҡтың был өлөшө 1-се гимназия скверы тип атала[10]. А. П. Чехов исемендәге 2-се мәктәпте тамамлаусылар 1941 йылда ошо мәктәптә эшләгән Семен Григорьевич Морозов етәкселегендә таганрог подпольеһы ағзалары була[12]. Юрий Пазон, Нонна Трофимова, Сергей Вайс, Николай Кузнецов, Анатолий Назаренко — мәктәптең элекке уҡыусылары, ҡалға алына һәм атыла[13]. Улар барыһы ла үлгәндән һуң орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә. Ьаганрог оккупацияла булған 1941 — 1943 йылдарҙа гимназия бинаһында гестапо — «йәшерен дәүләт полицияһы» урынлаша[14]. Бик күп ҡала халҡын улар ошо бинаның подвалында язалап үлтерә[14]. Архитектура-планлаштырыу йәһәтенән дә һәйкәл уңышлы урынлышҡан: гимназия яғынан да, икенсе яҡтағы М. Горький исемендәге Үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркының ҡапҡаһынан да «Йәшлек анты» һәйкәлен асыҡ күренә[15].

Галерея үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

  • Таганрог һәйкәлдәре

Һылтанмалар үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  1. Лабутина Ж. Будет ли Родина помнить о них? // www.proza.ru. — 2009. — 13 ноября.
  2. Киричек М. С. «Клятва юности» // Таганрог. Энциклопедия. — Таганрог: Антон, 2008. — С. 394.
  3. Чаленко С. Тридцать лет спустя // Таганрогская правда. — 2003. — 23 авг. — С. 1.
  4. Абрамов Л., Брюховецкий В., Шляхтин И. Репортаж с открытия памятника героям таганрогского подполья // Таганрогская правда. — 1973. — 29 авг. — С. 1.
  5. Кукушин В. С. История архитектуры Нижнего Дона и Приазовья. — Ростов-на-Дону: ГинГо, 1996.
  6. Шабанов Б. У комсомола — юбилей! // Таганрогская правда. — 2013. — 29 окт. — 4 с.
  7. Волошин В. А. Память, застывшая в камне // Вехи Таганрога. — 2010. — № 43. — С. 55.
  8. Бражников И. Городу Воинской славы не интересны Герои-подпольщики // www.rostovnews.net. — 2013. — 1 апр.
  9. Башкатов Б. А. Мой порт — моя гордость. Таганрог: ИП Кравцов В. А., 2013. — С. 16.
  10. 10,0 10,1 Киричек М. С. Гимназический сквер 1-й // Таганрог. Энциклопедия. — Таганрог: Антон, 2008. — С. 279.
  11. Лебедева В. Размышления о жизни // Таганрогская правда. — 1973. — 16 окт. — С. 3.
  12. Гофман Г. Б. Герои Таганрога. Документальная повесть. — М.: Молодая гвардия, 1970. — 345 с.
  13. Два века Таганрогской гимназии. — Таганрог: БАННЭРплюс, 2007. — 288 с. — ISBN 978-5-98472-011-3.
  14. 14,0 14,1 Лякер Г. Выжить и прокормиться 2012 йыл 2 ноябрь архивланған. // Время Таганрога. — 2012. — 6 апр.
  15. Лукашова О. Таганрог: празднуем юбилей Чехова и пьем чай с Раневской // Комсомольская правда. — 2010. — 27 мая.