«Асыҡ йөрәктәр» фонды

«Асыҡ йөрәктәр» балаларға ярҙам итеү фонды — Рәсәй супермоделе, актёр һәм филантроп Наталья Водянованың коммерцияға ҡарамаған хәйриә ойошмаһы. 2004 йылда эшләй башлаған. Уның маҡсаты — Рәсәйҙәге һәм сит илдәрҙәге балаларға ярҙам итеү. Фонд эшмәкәрлегенең төп йөкмәткеһе: баланы яратыусы ғаилә һәм уның ҡәҙимге үҫешенә булышлыҡ итеүсе хәүеф-хәтәрһеҙ уйын урыны йөҙөндә һәр сабыйҙың бар яҡтан етеш һәм бәхетле бала сағы өсөн тәүшарттар тыуҙырыу.

«Асыҡ йөрәктәр» балаларға ярҙам итеү фонды
Нигеҙләү йылы

2004

Нигеҙләүселәр

Наталья Водянова

Урыны

Лондон, Бөйөк Британия

Төп фигуралар

Анастасия Залогина

Эшмәкәрлек өлкәһе

уйын майҙансыҡтары төҙөү, үҫештәрендә айырымлыҡтары булған балаларға ярҙам күрһәтеү

Слоган

Мәғәнәүи уйын, Һәр бала ғаиләгә лайыҡлы

Веб-сайт

nakedheart.org

Хәйриә фонды эшмәкәрлеге үҙгәртергә

«Асыҡ йөрәктәр» балаларға ярҙам итеү фонды Рәсәй Федерацияһында, Бөйөк Британияла һәм Америка Ҡушма Штаттарында теркәлгән.

Фонд эшенең төп йүнәлештәре: үҙгәртергә

  • Үҫештәрендә айырымлыҡтары булған балалар тәрбиәләгән һәм күңелдәре тиҙ кителә торған бындай үҙенсәлекле ғаиләләр өсөн буш ярҙам күрһәтеү системаһы булдырыу;
  • Балалар өсөн инклюзив (һау-сәләмәт һәм физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн уртаҡ булған) уйын майҙансыҡтары төҙөү.

Фонд башҡарған ыңғай эштәр: үҙгәртергә

  • бөтә Рәсәй буйынса 80-дән артыҡ ҡалала төҙөлгән 120-гә яҡын ошондай уйын майҙансыҡтары;
  • Рәсәйҙең үҫештәрендә айырымлыҡтары булған балалар менән эшләүсе һәм коммерция менән шөғөлләнмәгән тиҫтәләрсә ойошмаһына үҙ проекттарын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итеү;
  • Түбәнге Новгородта эшмәкәрлеген һынап ҡарау маҡсатында ойошторолған «Ғаиләне яҡлау үҙәге»;
  • Тула өлкәһендә аутизм менән яфаланған 85 бала өсөн «Лекотека» — ауырыу бала тәрбиәләгән ата-әсәләргә психологик һәм махсус педагогик ярҙам күрһәтеү үҙәге — ойоштороу;
  • Мәктәп педагогтарын аутизмға дусар булған балалар менән эшләргә өйрәтеү программалары төҙөү;
  • Йыл һайын «Һәр бала ғаиләгә лайыҡлы» тигән халыҡ-ара форум (урыҫса Международный форум «Каждый ребенок достоин семьи»)

Мәғәнәүи уйын үҙгәртергә

Хәйриә фондының пландарына ярашлы, бөтә Рәсәй буйынса, шул иҫәптән балалар дауаханалары, интернаттар, балалар йорттары һәм реабилитация үҙәктәре биләмәләрендә 500 уйын паркы һәм майҙансығы төҙөү. 2013 йылда Түбәнге Новгород ҡалаһында 100-се уйын майҙансығы асылды.

«Һәр бала ғаиләгә лайыҡ» программаһы үҙгәртергә

2011 йылда фондтың «Һәр бала ғаиләгә лайыҡ» исемле яңы программаһы эшләй башланы. Ул үҫешендә айырымлыҡтары булған балаларҙан баш тартыу осраҡтарын кәметеүгә йүнәлтелгән. Был программаның булдырылыуы күп йәһәттән Наталья Водянованың шәхси тәжрибәһе менән бәйле. Программаны тормошҡа ашырыу барышында хәйриә фонды балалар үҫеше өлкәһендәге белгестәр өсөн һәр йыл һайын «Һәр бала ғаиләгә лайыҡ» тигән исем аҫтында халыҡ-ара форум үткәрә. Был сараның тәүгеһе 2012 йылдың 15-17 октябрендә Мәскәүҙә уҙғарылды.

Фондтың аҡса туплау акциялары үҙгәртергә

  • Хәйриә аукциондары ойоштороу
  • Хәйриә футбол матчтары уҙғарыу
  • Башҡа саралар
 
«Асыҡ йөрәктәр» балаларға ярҙам итеү фондының Нефтекамала төҙөгән уйын майҙансығы

Фондтың Башҡортостандағы эше үҙгәртергә

  • 2017 йылда «Мәғәнәле уйындар» программаһы буйынса уйын парктары һәм майҙансыҡтары төҙөү конкурсында еңеүселәр исемлегенә ингән Сибай һәм Күмертау ҡалаларында Наталья Водянова фонды уйын комплекстары төҙөйәсәк[1].
  • 2016 йылдың йәйендә Учалының социаль приютында Водянова фондынан алынған 500 мең һум аҡсаға балалар майҙансығы төҙөләсәк[2].
  • 2014 йылдың июлендә Нефтекама ҡалаһының Үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркында Наталья Водянованың «Асыҡ йөрәктәр» фонды төҙөгән «Фрегат» балалар уйын майҙансығы үҙ эшен башланы. Ул әлегә бөтөн республикала ошо йүнәлештәге берҙән-бер майҙансыҡ.

Сығанаҡтар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә