Башҡортостандың һыу ресурстары: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә Бот ярҙамында мәғәнә айырыу: Ағиҙел - һылтанма(лар) үҙгәртелде: Ағиҙел (йылға)
 
52 юл:
 
== Ер өҫтө һыуҙары һәм кеше ==
Башҡортостандағы бөтә йылғаларҙың йыллыҡ ағымы уртаса 35 куб км тәшкил итә. Уларҙан Ағиҙел йылғаһына уртаса килгән йылда 30 куб км тура килә. Ҡорораҡ килгән йылдарҙа Ағиҙел ағымы 23 һәм хатта 17 куб километрға тиклем кәмергә мөмкин. Республиканың һыу ресурстары менән тәьмин ителеүе Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестән аҙыраҡ. Мәҫәлән, Башҡортостанда йәшәгән һәр кешегә тәүлегенә 25 м3м³ һыу тура килһә, Рәсәй буйынса был күрһәткес — 50 м3м³.
 
Һыу ресурстары тигеҙ бүленмәгән. Таулы, дым тартҡан төбәктәр һыуға байыраҡ. Таулы Башҡортостан һәм уның төньяҡ-көнсығы-шындағы төбәктәр дөйөм һыу ресурстарының 48%-ына эйә, был районда халыҡ аҙ һанлы булғанлыҡтан, һыуҙы тотоноу бөтә сарыф ителгәндең 7%-ын ғына тәшкил итә.
67 юл:
 
Әммә һыуҙы тотоноу уны бысратыу һәм бысраҡ һыуҙы йылғаларға ағыҙыу менән бергә бара. Шул сәбәпле йылғаларҙың күп өлөштәрендә һыу эсер өсөн яраҡһыҙ. Унда таҙа һыуға даими рәүештә бысраҡ һыу ағып төшөп ҡушыла бара. Мәҫәлән, 1989 йылда республика
йылғаларына 773 млн м3м³ һыу ағыҙылһа, уларҙан 544 млн м3м³-ы бысраҡ һыу ине. 1996 йылда был күрһәткестәр шуға ярашлы 644 млн һәм 496 млн м3м³ булды. Ағып төшкән бысраҡ һыу составында хлорид, сульфат, фосфор тоҙҙары, нефть эшкәртеү ҡалдыҡтары, терегөмөш ҡатнашмалары бар. Ер өҫтө һыуҙарын бысратыу таҙартыу ҡоролмалары ҡеүәттәренең етешмәүе сәбәпле килеп сыға.
 
Кешенең хужалыҡ эшмәкәрлегендә һыуҙы һаҡсыл тотонмау ҙа һыу ресурстарын аҡрынлап һайыҡтырыу сәбәптәренең береһе. Был бигерәк тә ваҡ йылғаларҙа ныҡ һиҙелә. Мәҫәлән, 8 йыл эсендә (1972—1980 йылдар) Нөгөш йылғаһының йыллыҡ ағымы яртылаш тиерлек кәмене. Сәрмәсән менән Сөн йылғаларында ул 20—40 %-ҡа аҙайҙы. Был йылғаларҙа һыу ресурстарының шул тиклем кәмеүе һыуҙы баҫыуҙарҙы һәм көтөүлектәрҙе һуғарыу өсөн күп тотоноуҙан килә. һуғарыу өсөн быуалар быуыу ҙа йылғаларҙың ағымын һайыҡтыра, ә һыу тотоноуҙы арттыра. Йылға буйҙарындағы йәшеллекте ҡоротоу, ағастарҙы ҡырҡыу, көтөүлектәрҙе малдан тапатыу ҙа йылғаларға ҙур зыян килтерә, уларҙың һыу менән туйыныуын кәметә. Бәләкәй йылғалар яр буйына һалынған малсылыҡ фермаларының бысраҡ һыуҙары менән дә ныҡ бысратыла.