Ҡош юлы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
53 юл:
 
2019 йылда «Gaia» һәм «Hubble» миссияһы мәғлүмәттәрен бергә туплағандан һуң, астрономдар Ҡош юлы массаһын Галактика үҙәгенән 129 000 яҡтылыҡ йылы радиусында 1,5 {{e|12}} Ҡояш массаһы тип билдәләй<ref>[http://sci.esa.int/hubble/61198-hubble-and-gaia-accurately-weigh-the-milky-way-heic1905/ ESA Science & Technology_ Hubble & Gaia accurately weigh the Milky Way], 07 March 2019</ref>.
 
==Галактиканы асыу тарихы ==
Күк есемдәренең күбеһе әйләнеп йөрөүсе системалар булып берләшә. [[Ай]], мәҫәлән, [[Ер (планета)]] тирәләй әйләнә, [[гигант планеталар]] юлдаштары төрлө есемдәргә бай системаларға инә. Юғарыраҡ кимәлдә ҡарағанда, Ер һәм башҡа планеталар [[Ҡояш]] тирәләй әйләнә. Шулай итеп үҙенән-үҙе Ҡояш тағы ла ҙурыраҡ берәй системаға инмәйме икән тигән һорау тыуа.
 
Башлап был мәсьәләне [[XVIII быуат]]та инглиз астрономы Уильям Гершель эҙмә-эҙлекле тикшерә. Ул күктең төрлө өлкәләрендәге йондоҙҙарҙы
иҫәпләп ҡараған һәм күктә ҙур түңәрәк бар икәнен аңлаған (һуңыраҡ уны ''галактик экватор'' тип атағандар), ул күкте ике тигеҙ өлөшкә бүлә, шулай уҡ унда йондоҙҙар һаны иң күбе булып сыға . Бынан тыш, был түңәрәккә яҡынайған һайын күк өлкәһендә йондоҙҙар күбәйә бара. Һуңыраҡ тап ошо түңәрәктә Ҡош Юлы урынлашҡаны мәғлүм була. Гершель беҙ күҙәткән бөтә йондоҙҙар ҙа ғәйәт ҙур йондоҙ системаһына инә икәнен һәм уларҙың галактик экваторға табан ығышҡанын аңлай.
 
Башта Йыһанда булған бөтә нимә лә беҙҙең Галактика өлөштәре тип фаразлайҙар, ә бит [[Кант, Иммануил|Кант]] әллә ҡасан уҡ ҡайһы бер томанлыҡтар Ҡош Юлына оҡшаш галактика булыуы бар тигән фекерҙе әйтә. [[1920 ]] йылда уҡ беҙҙең Галактиканан тыш объекттар булыуы тураһындағы фараз фәнни бәхәсәтр тыуҙыра (мәҫәлән, Харлоу Шепли менән Гебер Кёртис араһындағы күптәргә билдәле Ҙур бәхәс; Х.Шепли беҙҙең Галактика беҙҙең Галактика берҙән-бер ти). Гипотеза Канттың фаразы тик 1920 йылдарҙа ғына иҫбатлана; Эрнст Эпик менән Эдвин Хаббл ҡайһы бер спираль рәүешендәге томанлыҡтарға тиклем арауыҡты үлсәй һәм улар, шул тиклем алыҫ урынлашҡанға күрә, беҙҙең Галактикаға инә алмай икәнен иҫбатлай.
 
== Башҡорт халыҡ ижадында ==
Бик борон булған был хәл. Ул саҡта әле йондоҙҙар ҙа, Ҡош Юлы ла булмаған. Ҡайҙандыр алыҫтан, көньяҡтан, Уралға, Һаҡмар, Ағиҙел буйҙарына торналар килеп йәйләр булған. Элек уларҙы Һиндостан тигән ерҙән килә тип һөйләй торғайнылар.
 
Бер йылды торналар теҙелешеп йылы яҡҡа осҡан мәлдә ел-дауыл ҡупҡан. Бала торналар аҙаша башлаған, ҡайһы берҙәре, арып, ергә төшөп ҡала барған. Шул саҡ оло торналар ҡалғандарына юл күрһәтеү өсөн ҡауырһындарын сәсеп киткәндәр. Был ҡауырһындар йондоҙға әйләнгән имеш. Торналар осҡан юлда ана шулай йондоҙҙар хасил булған. Тороп ҡалған торналар ошо йондоҙҙарға ҡарап ҡайтыр булғандар. Ҡош Юлы тигәндәре ана шунан ҡалған ул.
 
== Панорамалар ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ҡош_юлы» битенән алынған