Рәимов Риф Мөхсин улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
→‎Һылтанмалар: өҫтәмә мәғлүмәт
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт
5 юл:
Риф Мөхсин улы Рәимов 1904 йылдың 30 декабрендә [[Өфө губернаһы]] Бөрө өйәҙе (1993 йылдан [[Башҡортостан Республикаһы]] [[Ҡалтасы районы]]) [[Ҡуян (Яңы Килбаҡты ауыл советы, Ҡалтасы районы)|Ҡуян ауылы]]нда крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Башланғыс белемде тыуған ауылы мәктәбендә ала, 1915—1918 йылдарҙа [[Өфө]]ләге [[Ғосмания мәҙрәсәһе|«Ғосмания» мәҙрәсәһендә]] уҡый. 1920 йылда Беренсе татар уҡытыусылар семинарияһын тамамлағандан һуң мәғариф эшендә була. Нәҡ ошо осорҙа йәштәр йәмәғәт хәрәкәтенә ылығып китә, үҙен әүҙем комсомолец итеп таныта, ВКП(б) сафына ҡабул ителә, һуңыраҡ комсомол һәм партия органдарында төрлө яуаплы вазифалар башҡара.
 
1937—1941 йылдарҙа СССР Фәндәр Академияһының Тарих институтында ([[Мәскәү]] ҡалаһы) өлкән ғилми хеҙмәткәр була. Башҡорт халҡының тарихын өйрәнеү буйынса маҡсатлы тикшеренеү эштәре алып бара, 1938 йылда диссертация яҡлай<ref>[http://nasledie.enip.ras.ru/ras/view/publication/general.html?id=45374752 Раимов, Р.М. 1905 год в Башкирии : (Революционное движение в 1905-1907 гг.) : дисс. на степень кандидата ист. наук (защищ. 10 дек. 1938 г.)]</ref> һәм «тарих фәндәре кандидаты» ғилми дәржәһендәрәжәһен ала. [[Бөйөк Ватан һуғышы]] башланыу менән баш ҡалала ойошторолған халыҡ ополчениеһы составына яҙыла, Мәскәү янында һаҡлау ҡоролмалары төҙөүҙә һәм ҡаланы ҡурғалау һуғыштарында ҡатнаша.
 
1942—1943 йылдарҙа [[К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты]]нда (1957 йылдан — [[Башҡорт дәүләт университеты]]) доцент булып эшләй. 1943—1944 йылдарҙа [[КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты|ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты]] секретаре була.