Умыртҡалылар: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә clean up using AWB
29 юл:
 
'''Умыртҡалылар''' ({{lang-la|Vertebrata}}), йәки Башһөйәклеләр (лат. Craniata) — умыртҡалығы булған [[хордалылар]]ҙың
ярым тибы. Хордалыларҙың 95 % тирәһе төрөн үҙ эсенә ала.
 
Умыртҡалылар [[бөжәктәр]] менән бергә, Ер йөҙөндә өҫтөнлөк итеүсе [[хайуандар]] төркөмө.Төр һаны буйынса бөжәктәрҙән ныҡ ҡалышһалар ҙа, биосфералағы әһәмиәте буйынса алдынғы урын биләйҙәр.
42 юл:
#Яралғы үҫеше дәүерендә хорда урынында умыртҡа һөйәктәренән торған умыртҡалыҡ бағаныһы хасил була.Ул хорда ситенән өҫкә ҡарай улаҡ яһап үҫә һәм нервы көпшәһен уратып ала. Шулай итеп, арҡа мейеһе умыртҡалыҡ каналы эсендә ҡала. Умыртҡалыҡ арҡа мейеһен ышаныслы һаҡ аҫтына ала.
#Яралғы үҫеше дәүерендә арҡа мейеһенең алғы өлөшөнән баш мейеһе үҫешә. Шулай уҡ, баш һөлдәһе хасил була. Баш һөлдәһендә бш мейеһен һаҡлаусы мейе ҡумтаһы була.
#Шулай итеп, умыртҡалыларҙың үҙәк нервы системаһы баш мейеһенән( биш бүлек) һәм арҡа мейеһенән тора.
#Һулыш ағзалары — айғолаҡтар (типик һыу хайуандарынды) йәки үпкәләр (яралғы үҫеше дәүерендә айғолаҡ ярыҡтары юҡҡа сыға һәм эсәклектең бер өлөшөнән упкәләр хасил була).
#Биш төрлө төп һиҙеү ағзаһы була (күреү, ишетеү, еҫ һиҙеү, тәм һиҙеү, тейеп һиҙеү.