Юлмөхәмәтов Дәүләтбай Мөхәмәтйән улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
1 юл:
{{фш|Юлмөхәмәтов}}
'''Юлмөхәмәтов Дәүләтбай Мөхәмәтйән улы''' ([[15 декабрь]] [[1909 йыл]][[26 март]] [[1988 йыл]]) — [[Бөйөк Ватан һуғышы]]нда ҡатнашыусы. [[Таң (гәзит)|«Еңеү юлында»]] гәзите мөхәррире, Бөрйән район Советы башҡарма комитеты секретары.
 
== Биографияһы ==
Дәүләтбай Мөхәмәтйән улы Юлмөхәмәтов 1909 йылдың 15 декабрендә хәҙерге [[Башҡортостан Республикаһы]] {{ТУ|Бөрйән районы}} [[Аҫҡар]] ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1924 йылда дегет ҡайнатыусы булып башлай. 1930 йылда колхоздар төҙөлә башлау менән Аҫҡар промколхозына ағза булып инә.
1933 йылда район контроль комиссияһы — эшсе-крәҫтиән инспекцияһы секретаре итеп тәғәйенләнә. Һуңынан Өфөлә гәзит хеҙмәткәрҙәре курстарында уҡып ҡайтҡас, райондың [[Таң (гәзит)|«Еңеү юлында»]] гәзите редакцияһында яуаплы вазифаларҙа эшләй, уның мөхәррире була.
9 юл:
1939 йылда Юғары коммунистик ауыл хужалығы мәктәбендә уҡый башлай. Ләкин мөмкинселек булмау сәбәпле уҡыуҙы туҡтатырға мәжбүр була һәм шул уҡ йылда Бөрйән районы мәғариф бүлеге инспекторы булып эш башлай. Алдағы йылдарҙа КПСС район комитеты пропагандисы, секретарь ярҙамсыһы булып эшләй.
[[Бөйөк Ватан һуғышы]] осоронда, 1942—1944 йылдарҙа тәүҙә Златоуст хәрби пехота һәм артабан Ҡамышлы хәрби пехота училищеларында уҡый. 1944 йылда 4-се Украина фронты составында кесе лейтенант дәрәжәһендә взвод командиры булып яуға инә. 1945 йылдың 17 мартында уң яҡ яурынына ҡаты яраланып госпиталгә эләгә. Тыуған яғына һуғыш тамамланғас ҡайта.
1945—1947 йылдарҙа Байназар балалар йорто директоры, унан һуң Аҫҡар ете йыллыҡ мәктәбе директоры булып эшләй.
 
1948 йылдан район Советы башҡарма комитеты секретары, КПСС район комитетының дөйөм бүлек мөдире, секретарь ярҙамсыһы взифаларын башҡараюула. 1970 йылда пенсияға киткәнгә тиклем райондың партия-совет органдарында, төрлө учреждениеларҙа яуаплы вазифалар башҡара.
Дәүләтбай Мөхәмәтйән улы Юлмөхәмәтов ҙур йәмәғәт эше алып барҙы. КПСС-тың район комитеты ағзаһы, халыҡ депутаттарының район Советы депутаты итеп һайланды.