Ҡыҙылташ (ҡаятау, Ишембай районы): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
{{Ук}}
[[Файл:Окрестности водопада Кук-караук и пещеры Салавата Юлаева.JPG |thumb|right|220px| Ҡыҙылташ ҡаятауы һәм яланы]]
'''Ҡыҙылташ'' '- [[Башҡортостан]]дың [[Ишембай районы]]ндағы ҡаяташ. Айырыуса һаҡланған тәбиғәт ҡомартҡыһы (1985). [[Һикәҙе (Егән ҡушылдығы)|Һикәҙе]] йылғаһының уң яҡ ярында [[Маҡар (Ишембай районы)|Маҡар]] ауылынан көньяҡ-көнсығыштараҡ 2  км алыҫлыҡта урынлашҡан. Ҡыҙылташ Ишембай заказнигы биләмәһенә инә.
[[Файл:Салаватова пещера - panoramio.jpg |thumb|right|220px| Ҡыҙылташтағы Кәлимосҡан ҡаяһы. Салауат Юлаев мәмерйәһе]]
 
Майҙаны- 450 га. Һикәҙе йылғаһының боролоп киткән урынындағы киң булмаған һырт рәүешендәге, 3 километрға һуҙылған ҡаятау.
Ҡаятау өҫтө йыла, имән, ҡайын, саған, уҫаҡ ҡатнаш йүкәлектәр менән ҡапланған. Ҡаяташтар өҫтөндә ҡарағайҙар,Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостандың Ҡыҙыл китаптарына ингән ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған Клер астрагалы үҫә.
 
Ҡаятауҙа тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иҫәпләнгән [[Кәлимосҡан ҡаяһы]] һәм Салауат Юлаев мәмерйәһе бар. Бынан 360-380360—380 миллион йыл элек, палеозой эраһында формалашҡан, девон һәм карбондың сиктәш ҡатламаларын донъяла иң аныҡ күрһәтеүсе миҫалдарҙың береһе ул Кәлимосҡан ҡаяһы.
 
Атамаһы «ҡыҙыл» һәм «таш» һүҙҙәренән яһалған. Ерән төҫтәге лишайниктар йылғаның текә ярҙарына шундай үҙенсәлекле төҫ биргәнгә күрә был ҡаятауға «Ҡыҙылташ» атамаһы бирелгән.
 
Тәбиғәт ҡомартҡыһын һаҡлау Маҡар ауыл советы хакимиәтенә йөкләтелгән.
 
1940 йылда «Мосфильм» режиссёры Я.Протазанов Маҡар янында «Салауат Юлаев» фильмының бик мөһим эпизодтарын төшөрә. Ҡыҙылташ янындағы яланда башҡорттарҙың хөкүмәт ғәскәрҙәре менән алышы, Салауат Юлаевтың мәмерйәлә йәшеренеп ятҡан сағы, Салауаттың улы Рамазан (ысынында Нурия исемле ҡыҙ бала төшә, С.Злобин уйлап сығарған персонаж) менән осрашыуы һ.б. Маҡар ауылында төшөрәлә.Фильмда яҡын тирәләге ауылдарҙан кешеләр ҡатнаша, уларҙың күбеһе һуғышта һәләк була.
 
== Әҙәбиәт ==
* {{книга|автор=|заглавие=Ишимбайская энциклопедия|ответственный=|место=[[Уфа]]|издательство=[[Башкирская энциклопедия (издательство)|Башкирская энциклопедия]]|год=2015|страницы=335|страниц=656|isbn=978-5-88185-205-4|тираж=3000}}.
 
== Һылтанмалар ==
* [http://bash.bashgazet.ru/mohit/print:page,1,35052-alau-mmkinlege-haly-ara-kimld.html Һаҡлау мөмкинлеге — халыҡ-ара кимәлдә ]
* [http://rf-town.ru/map1079736_0_1.htm Карта Ишимбайского района]
[[Категория:Башҡортостан тауҙары]]
[[Категория:Ишембай районы тауҙары]]