Шайморатова Әсмә Сабир ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
→‎Биографияһы: орфография
10 юл:
[[1942 йыл]]дан алып [[1948 йыл]]ға [[Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры]]нда эшләй. Шул уҡ 1942 йылда вокаль һәм сәхнә яғынан ҡатмарлы булған Татьяна партияһын (Петр Чайковскийҙың «Евгений Онегин» операһынан), башҡара. Артабан ул ҙур уңыш менән Маргарита («Фауст», Шарль Гуно), Микаэла («Кармен», Жорж Бизе), Марфа («<Батша кәләше», Николай Римский-Корсаков), Айһылыу («Ашҡаҙар», [[Мөхәмәтша Буранғолов]] либреттоһы буйынса Антон Эйхенвальд) партияларын башҡара<ref name="БЭ"></ref>.
 
1948—1950 йылдарҙа Ғ. Туҡай исемендәге Татар филармонияһында ([[Ҡазан]]) композитор һәм музыкант Сәлих Сәйҙәшев төркөмөндә эшләй. 1950 йылда Өфөгә әйләнеп ҡайта һәм артабан, 1960-сы йылдарҙайылдарға тиклем, Башҡорт филармонияһы солисы булып эшләй.
 
Әсмә Шайморатованың тауышы сағыу һәм матур тембр, киң диапазон, һығылмалылыҡ һәм йомшаҡлыҡ менән айырылып торған. Концерт репертуарында башҡорт, татар, урыҫ һәм сит ил композиторҙары әҫәрҙәре бар, шулай уҡ классик оҙон көй өлгөләрен ([[Ашҡаҙар (йыр)|«Ашҡаҙар»]], [[Бейеш (йыр)|«Бейеш»]], [[Буранбай (йыр)|«Буранбай»]], [[Ғилмияза (йыр)|«Ғилмияза»]], [[Зөлхизә (йыр)|«Зөлхизә]]», [[Таштуғай (йыр)|«Таштуғай»]], [[Һандуғас (йыр)|«Һандуғас»]], [[Әрме (йыр)|«Әрме»]] һәм башҡалар) айырыуса тәьҫирле башҡарған. М. М.Вәлиев, Х. Ш. Заимов, Х. К. Ибраһимов, З.Ғ.Исмәғилев, Р.Ә. Мортазин, Н.Ғ.Сабитов, Х. Ф.Әхмәтовтың ҡайһы бер вокаль әҫәрҙәрен дә тәүгеләрҙән булып сәхнәгә сығарған.