Смаҡов Илфаҡ Мөжип улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
26 юл:
Илфаҡ Мөжип улы Смаҡов 1940 йылдың 2 ғинуарында Башҡорт АССР-ының [[Саҡмағош районы]] [[Рапат]] ауылында тыуған.
Туғыҙынсы синыфта уҡығанда, [[Өфө]]лә үткәрелгән республика йыр бәйгеһендә беренсе ҙур уңышҡа өлгәшә. [[Башҡорт халыҡ йырҙары|Башҡорт халыҡ йыры]] «Азамат»ты һәм һәүәҫкәр композитор [[Дауытов Əкрəм Сөнəғəт улы|Әкрәм Дауытовтың]] «Әсәйемә хат»ын иҫ киткес оҫталыҡ менән башҡарып, «лауреат» булып ҡайта.
[[Файл:Ильфак Смаков выступление.jpg|мини|слева|386x386пкс|Ильфаҡ Смаҡов]]
 
Урта белем алғас, [[Өфө сәнғәт училищеһы]]нда мөғәллим [[Миләүшә Мортазина]] класында уҡый. Был йылдарҙа төрлө кимәлдәге конкурстарҙа ҡатнаша. Дүртенсе курста сағында, Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй эстрада артистары ярышында «дипломант» исемен ала.
 
1982 йылдан башлап ғүмеренең азағынааҙағына тиклем Илфаҡ Смаҡов [[Башҡорт дәүләт филармонияһы]]нда эшләй.
 
Йырсы репертуарында [[Башҡортостан]] һәм [[Татарстан]] композиторҙарының вокаль әҫәрҙәре, шулай уҡ башҡорт һәм татар халыҡ йырҙары бик күп. Ул Башҡортостандың ғына түгел, илебеҙҙең күп республика, край һәм өлкәләрен үҙенең бай һәм үҙенсәлекле концерт программаһы менән урап сыға. Сәхнә оҫтаһы башҡарыуындағы «Еҙ ҡыңғырау моңдары», «Зимфирәкәй», «Һин ҡайтманың», «Ел, ерәнем», «Былбылым», «Тыуған илем», «Һиндер ул, тип уйланым», «Дуҫтарыңды онотма», «Әҡлимә», «Әйткән инең», « Аҡ пароход», «Өфө йүкәләре» ([[Рим Хәсәнов]] музыкаһы), «Һиңә тағын мин бер киләм әле» ([[Назар Нәжми]] шиғыры, Рим Хәсәнов музыкаһы) кеүек тиҫтәләрсә популяр әҫәрҙәр башҡорт һәм татар йыр сәнғәтенең алтын фондына ингән.
[[Файл:Ильфак Смаков выступление.jpg|мини|386x386пкс|Ильфаҡ Смаҡов]]
 
== Ғаиләһе ==