Ям (ҡәлғә): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
16 юл:
Новгород-ливон һуғышы барышында Ям үҙенә тәүге һөжүмде ҡабул итә — 1443 йылда ливон ғәскәре посадты яндыра{{Sfn|Кирпичников|1984|с=183|loc=Ямгород. Черты летописной истории|name=k183}} пристанде емерә. 1444 йылдың көҙөндә Пруссия бомбардаһы менән ҡоралланған ливон ғәскәре ҡәлғәне ҡамай. Ләкин Ямгород һаҡсылары артиллерия алышы барышында пушка уты менән бомбарданы юҡ итә, ә ҡамаусыларҙың һирәгәйгән ғәскәре ҡасырға мәжбүр була. 1447 йылғы Ливон ордены ҡабат ҡәлғәне алырға маташа: уға Пруссия ярҙам итә. Алыш 13 көнгә һуҙыла, һәм Новгородтың еңеүе менән тамамлана. Ливон ғәскәре, ҙур юғалтыуҙар кисереп. сигенә, әммә күп ауылдарҙы таларға өлгөрә — айырым отрядтары [[Нева]] һәм [[Ижора (йылға)|Ижораға]] тиклем барып етә{{Sfn|Косточкин|1964|с=106—107}}.
 
1448 йылда төҙөлгән ваҡытлыса килешеүҙән һуң зыян күргән ҡәлғәне ремонтлау тураһында мәсьәлә ҡалҡып сыға. Өҫтәүенә, һаҡлау ҡоролмалары иҫкерә һәм шул саҡта барлыҡҡа килгән пушкаларға ҡаршы тора алмай. Шуға күрә Новгород архиепискобы [[II Евфимий (архиепископ Новгород)|Евфимий]] [[II Евфимий (архиепископ Новгород)|II]] бойороғо буйынса 1449 йылда иҫке ҡәлғә һүтелә, һәм уның урынында ҙур һәм яңы ҡәлғә төҙөлә{{Sfn|Ефимов|1972}}{{Sfn|Косточкин|1964}}{{Sfn|Кирпичников|1984}}.
 
=== Рус дәүләте ===
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ям_(ҡәлғә)» битенән алынған