Өфө мәсеттәре: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
иллюстрация
12 юл:
1960—1992 йылдарҙа Беренсе йәмиғ мәсете Өфө ҡалаһында берҙән-бер ғәмәлдә булған мәсет була. Билдәле имам-хатиптары: [[Ғәбдрәхимов Ғәбдесәләм|Ғ. Ғәбдрәхимов]] (1830 йылдан), А. Ғәбдүлсәләмов (1840 йылдан), Ш. Ғ. Сөләймәнов (1844—1885), Х. Ғосманов (1888 йыл), [[Абыҙгилдин Йыһангир Талха улы|Й. Т. Абыҙгилдин]] (1907—1938), [[Туғыҙбаев Баймөхәмәт Вилдан улы|Б. В. Туғыҙбаев]], [[Ниғмәтуллин Нурмөхәмәт Мәғәфүр улы|Н. М. Ниғмәтуллин]] (1983—1992), М. Мөхәмәтисламов (1992—2006), В. М. Тимерғәлиев (2006 йылдан). 1989 йылда СССР-ҙың Министрҙар кабинеты дини эштәр буйынса советы ҡарары нигеҙендә [[Рәсәй ислам университеты|Ризаитдин Фәхретдинов исемендәге мәҙрәсә]] (хәҙер [[Рәсәй ислам университеты]]) асылды. Мәсет бинаһы мәҙәни мираҫ объекты булып тора.
 
'''Икенсе йәмиғ мәсете''' 1880-се йылдарҙа Өфө ҡалаһы Нижегородка биҫтәһенең Преображенск урамында (хәҙер Леваневский урамы) мәхәллә кешеләре аҡсаһына төҙөлгән. ХХ быуат башында мәхәлләлә 876 кеше иҫәпләнә. Мәсет янында «Ғәлиә» мәҙрәсәһе эшләй. Билдәле имам — хатиптары: З. Ғәликәев, [[Камалетдинов Зыяитдин Ямалетдин улы|З. Камалетдинов]] (1909—1924). 1931 йылда ҡарары нигеҙендә, [[Башҡортостан үҙәк башҡарма комитеты|Башҡорт үҙәк комитеты]] ҡарарына ярашлы Икенсе йәмиғ мәсете ябыла. Мәсет бинаһы һаҡланып ҡалмаған.
 
'''[[Өсөнсө йәмиғ мәсете (Өфө)|Өсөнсө йәмиғ мәсете]]''' 1903 йылда Воздвиженск урамы (хәҙерге Лесопильная урамы) төҙөлгән. 1924 йылда мәхәлләлә 825 кеше иҫәптә була. Мәҙрәсә ҡарамағында [[Хәсәниә мәҙрәсәһе|«Хәсәниә» мәҙрәсәһе]] эшләп килә. 1940 йылда Өсөнсө йәмиғ мәсете ябыла. Ҡайһы бер имам-хатиптары: М. Мөхәммәтйәнов, [[Хәсәнов Мөхәммәтсабир Мөхәммәтйән улы|М. Хәсәнов]] (1903 йылдан), [[Камалетдинов Мотаһар Мирхәйҙәр улы|М. Камалетдинов]] (1924 йылдан). Хәҙерге ваҡытта мәсет йортонда юғары спорт оҫталығы Мәктәбе урынлашҡан.