Һилейә (һырт): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
14 юл:
== Топонимикаһы ==
Һилейә һүҙе башҡорт телендәге '''һил ''' — ''тымыҡ, тыныс'', '''уя ''' — ''үҙән'' һүҙҙәренән килеп сыҡҡан.
 
Һилейә тураһында легенда ла бар.
 
Көтөүсе башҡорт тауҙарҙа ат өйөрөн көткән. Уға эшендә ярҙасыһы һылыу ҡыҙы булған.
 
Ҡыҙ зифа буйлы, һөйкөмлө, йәш көмөш ай кеүек сибәр һәм үҙе кеүек ярлы көтөүсе егеткә ғашиҡ була. Ҡыҙ уға кейәүгә сығырға ла йыйынған. әммә атаһы уны тыңлағы ла килмәй.
 
Көндәрҙән бер көндө танылған ҡарт — туҡ, тәкәббер, суйын ҡаҙан кеүек түңәрәк бай уға ҡоҙа булып килә. Бай ҡалым да килтергшә икән.
 
Көтөүсе ҡарт бай менән туғанлашыуына үҙен бик бәхетле итеп тойған, шатланған. Һәм ҡыҙына балсыҡ кувшинға тултырып ҡымыҙ килтерергә һәм яңы туғанын һыйларға ҡушҡан.
 
Ҡыҙ үҙенең бәләгә тарығанын аңлаған һәм ҡурҡышынан кувшинды төшөрөп ебәргән. Нескә һауыт ватылған, ҡымыҙ ергә түгелгән. Ҡымыҙ күбеге сылатҡан ерҙәрҙә кипмәй торған һаҙлыҡ баплыҡҡа килгән. Ҡыҙ оҙаҡ итеп әсе күҙ йәштәрен түккән. Уның түгелеп илаған гонаһһыҙ күҙ йәштәренән, ҡаты таштар араһынан күп һанлы тау шишмәләре ағып сыҡҡан һәм нәҙек йәнле таҫмалар булып йылға үҙәндәренә йүгергән. Атаһы һүҙенән ҡайтмаған, һәм ҡыҙ шым ғына, бер тауыш та сығармай, үтә күренмәле шишмә һыуҙарында иреп, юҡҡа сыға.
 
Бәхетһеҙлеген аңлаған көтөүсе ҡарт үҙенең ҙур юғалтыуын бик ауыр кисерә һәм был хоҙай ҡарғаған тауҙарҙы, урмандарҙы һәм үҙәндәрҙе мәңгелеккә ташлап китә. Элекке туплауҙа стойбище бығаса булмаған маҙа, тынлыҡ урынлаша. Халыҡ был һаҙлыҡлы һил урынды бик оҙаҡ ваҡыт урап үтер булған, унда тораҡ та төҙөмәгән, был урынды ''Һиллеккә эйә'', йәғни «тын уя» тип атаған. Һуңыраҡ был урындың атамаһы — '''Һилейә''' булып киткән.
 
Һилейәлә, ысынлап та, шишмәләр, инештәр бик күп, тирә-яҡ еүеш, һаҙлыҡлы. Тимәк, бәхетһеҙ һылыу ҡыҙҙың көршәге йомарт булған, күҙ йәштәре әсе. таҙа һәм мул булған.
 
Шул уҡ легенданың икенсе вариантында һылыу ҡыҙҙың исемен Нурия тип алғандар.
 
== Шулай уҡ ҡарағыҙ ==
Юл 28 ⟶ 46:
* https://web.archive.org/web/20131230233413/http://perevalnext.ru/predanya/legendi/hrebet-suleya
* http://yuzhnyj-ural.ru/kraevedenie/toponimika/851-gory-juzhnogo-urala.html
* [https://uralsky.info/legendy-urala/101-legenda-o-sulee.html Һилейә тураһында легенда. Виталий Чернецов]
* [https://www.cheltv.ru/vodyanoj-zerkalo-5-legend-yuzhnogo-urala/ Көньяҡ Урал легендалары]
* [https://vk.com/wall-64386308_31883 Ноғман Мусин. “Мораҙым” повесының авторы кем? Һәҙиә Дәүләтшинамы, Ғәйнан Әмириме?.. 2011 йыл]
[[Категория:Башҡортостан тау һырттары]]