Ҡыҙылташ (ҡаятау, Ишембай районы) — версиялар араһындағы айырма

Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
{{Ук}}
'''Ҡыҙылташ'''- [[Башҡортостан]]дың [[Ишембай районы]]ндағы ҡаяташ. Айырыуса һаҡланған тәбиғәт ҡомартҡыһы (1985). [[Һикәҙе (Егән ҡушылдығы)|Һикәҙе]] йылғаһының уң яҡ ярында [[Маҡар (Ишембай районы)|Маҡар]] ауылынан көньяҡ-көнсығыштараҡ 2 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Ҡыҙылташ Ишембай заказнигын биләмәһенә инә. [[Файл:Салаватова пещера - panoramio.jpg |thumb|right|220px| Ҡыҙылташтағы Кәлимосҡан ҡаяһы. Салауат Юлаев мәмерйәһе]]
 
Майҙаны- 450 га. Һикәҙе йылғаһының боролоп киткән урынындағы киң булмаған һырт рәүешендәге, 3 километрға һуҙылған ҡаятау.
Атамаһы «ҡыҙыл» һәм «таш» һүҙҙәренән яһалған. Ерән төҫтәге лишайниктар йылғаның текә ярҙарына шундай үҙенсәлекле төҫ биргәнгә күрә был ҡаятауға «Ҡыҙылташ» атамаһы бирелгән.
 
Тәбиғәт ҡомартҡыһын һаҡлау Маҡар ауыл советы хакимиәтенә йөкләтелгән.
 
1940 йылда «Мосфильм» режиссёры Я.Протазанов Маҡар янында «Салауат Юлаев» фильмының бик мөһим эпизодтарын төшөрә. Ҡыҙылташ янындағы яланда башҡорттарҙың хөкүмәт ғәскәрҙәре менән алышы, Салауат Юлаевтың мәмерйәлә йәшеренеп ятҡан сағы, Салауаттың улы Рамазан (ысынында Нурия исемле ҡыҙ бала төшә, С.Злобин уйлап сығарған персонаж) менән осрашыуы һ.б. Маҡар ауылында төшөрәлә.Фильмда яҡын тирәләге ауылдарҙан кешеләр ҡатнаша, уларҙың күбеһе һуғышта һәләк була.
== Әҙәбиәт ==
*Ишимбайская энциклопедия.-Уфа:Башкирская энциклопедия.2015.С.335.
10 046

үҙгәртеү