Күкшик (тау): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
50 юл:
== Топонимикаһы ==
Ҡыуаҡандарҙың этник сығанаҡтарын өйрәнгәндә, күп кенә тикшеренеүселәр «аҡҡош» мәғәнәһендәге төрөк һүҙе «ку»ға айырым иғтибар биргән<ref>(Radloff, 1884, стр.211-212; Аристов, 1897, стр.5; Грумм-Гржимайло, 1926, стр. 209)</ref>.
Ку (ҡыу) — Төньяҡ Алтайҙағы Аҡҡош йылғаһының боронғо төрөк атамаһы; ''ку-кши, куу-кижи'' -«Аҡҡош йылғаһы кешеләре»- Төньяҡ Алтайҙағы «аҡҡошлолар» йәиһә челканлыларҙың атамаһы. Куу һәм куулар ырыу төркөмдәре туваларҙа ла бар.
 
Түбәләҫтәр ҡасандыр Алтай яғынан күсеп килгән һәм халыҡ телендә хатта XIX быуатҡа тиклем унда ерҙәре булған, тип бәйән иткән риүәйәттәр йәшәгән.
 
Ҡыуаҡан башҡорттары риүәйәттәре Йүрүҙән үренә тәүгеләрҙән булып ике һунарсы егеттең килеүе тураһында һөйләй. Улар, ырыуҙаштарын күсереп килтерер өсөн, күңелдәренә ятҡан ер һайларға сыҡҡан була. Был урын уларға бик оҡшаған, һәм иң ҙур ике тауға улар '''Күкши-тау''' һәм '''Башыташ-тау''' тип исем биргәндәр. Башташ тауының иң бейек нөктәһен Түбәләҫтәр «Аҡҡашҡа» тип йөрөтәләр.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Күкшик_(тау)» битенән алынған