Зәңгәр күл (Ҡырмыҫҡалы районы): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
5 юл:
Күл янындағы тәбиғәт тә үҙенсәлекле. Әйтерһең, Зәңгәр күлде Башҡортостандың бар тәбиғәте килеп ҡосҡан. Бер яғына тау, тау башында урман, ҡаялар, мәмерйәләр килеп баҫһа, икенсе яғына йылға ағып килгән һәм ялан-баҫыуҙар түшәлгән.
 
Тәбиғәттә ял итергә яратҡан туристар күл буйында төнгөлөккә ҡунырға ҡалмайҙар. Быға бәлки йомрандарҙың күплеге, уларҙың кешеләрҙән ҡурҡмай ер өҫтөнә сығып ҡарап баҫып тороуҙары сәбәптер. Ләкин ҡараңғы төшкәндә лә күлде күҙәтеү ҡыҙыҡлы. Көндөҙ күренмәгән пар, ҡараңғыла ҡурҡыныс томан булып күл өҫтөнән төрлө яҡҡа күтәрелә.
 
== Һылтанмалар ==