Зәңгәр күл (Ҡырмыҫҡалы районы): өлгөләр араһындағы айырма

Ҡырмыҫҡалы районындағы күл
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"'''Зәңгәр күл''' - Өфөнән 45 км тирәһе алыҫлыҡта, Ҡырмыҫҡалы районының Яңы Муса ау..." исемле яңы бит булдырылған
(айырмалар юҡ)

22:05, 19 ноябрь 2020 өлгөһө

Зәңгәр күл - Өфөнән 45 км тирәһе алыҫлыҡта, Ҡырмыҫҡалы районының Яңы Муса ауылы янында урынлашҡан күл.

Күл һаҡлауға алынған тәбиғәт объекты. Уның майҙаны - 400 кв.м. Карст убылыу сәбәпле барлыҡҡа килгән. Ярҙары бейек булмаһа ла, текә. Күлдең эргәһенән Үҙән йылғаһы аға. Зәңгәр күлгә бер ниндәй ҙә йылға ҡоймай, ә күлдән ағып сыҡҡан һыу 90 м тирәһе аҡҡандан һуң Үҙән йылғаһына ҡоя. Күлдең исеме һыуының зәңгәрлегенә ҡарап бирелгән. Ләкин был күктең зәңгәрлеге сағылыуҙан түгел, һыу аҫтындағы зәңгәр балсыҡтан. Ә яр буйындағы балсыҡты алһаң, ул ҡара төҫтә була. Зәңгәр балсыҡ та, ҡараһы ла шифалы. Балсыҡтан һиҙелер-һиҙелмәҫ серо-водород еҫе аңҡый. Күлдең һыуы саф, үтә күренмәле, сөнки унда тормош юҡ тиерлек. Һыуҙың һалҡынлығымы, составымы тереклеккә үрсергә бирмәй, күрәһең. Оҙаҡ ҡарап торғанда ғына бер нисә ваҡ балыҡты күреп була. Күл бер ҡасан да туңмай. Күл төбөнә иғтибарлап ҡараһаң, һыуҙың бер нисә урында тулҡынланып ятҡаны күренә. Был ер аҫты шишмәләре бәреп сыҡҡан урындар. Ләкин күл һыуы татырлы, эсергә яраҡһыҙ. Һыу температураһы йыл буйына +3 - +7 градус һалҡынлыҡта була. һыу күләме — 300 м3. Күлдең тәрәнлеге 6 м-ға тиклем етә. Белгестәр әйтеүенсә, күл төбөнән карст мәмерйәһенә инеп китеп була. Күл янындағы тәбиғәт тә үҙенсәлекле. Әйтерһең, Зәңгәр күлде Башҡортостандың бар тәбиғәте килеп ҡосҡан. Бер яғына тау, тау башында урман, ҡаялар, мәмерйәләр килеп баҫһа, икенсе яғына йылға ағып килгән һәм ялан-баҫыуҙар түшәлгән. Тәбиғәттә ял итергә яратҡан туристар күл буйында ҡалмайҙар. Быға бәлки йомрандарҙың күплеге, уларҙың кешеләрҙән ҡурҡмай ер өҫтөнә сығып ҡарап баҫып тороуҙары сәбәптер. Ләкин ҡараңғы төшкәндә лә күлде күҙәтеү ҡыҙыҡлы. Көндөҙ күренмәгән пар, ҡараңғыла ҡурҡыныс томан булып күл өҫтөнән төрлө яҡҡа күтәрелә.

https://www.tourister.ru