Википедия:Терминдар буйынса фекерләшеү: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
13 юл:
*Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында декларация була. Документ атамаһының беренсе һүҙе ҙурҙан була. Руссала ла шулай, унда Декларация беренсе тора, ә беҙҙә - Дәүләт беренсе һүҙ. Ойошма, предприятиеларҙың исеме лә шулай. [[Ҡатнашыусы:Alfiya55|Alfiya55]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Alfiya55|әңгәмә]]) 17:28, 2 октябрь 2020 (UTC)
** «Документ атамаһының беренсе һүҙе ҙурҙан була» — дөрөҫ фекер. Тик ҡаралған документтың беренсе һүҙе ҡайһы һуң? Декларацияның төп нөхсәһен күргәнем юҡ, әммә уны урыҫса «Декларация о государственном суверенитеты Республики Башкортостан» (республика атамаһы менән) яҙалар, ә дөйөм генә түгел), ә башҡортса иһә документ атамаһында «Башҡортостан Республикаһының» һүҙбәйләнеше мотлаҡ, шулай булғас, «Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында декларация» тигән документтың беренсе һүҙе «дәүләт» булмай бит. Бынан сығып, дөрөҫ яҙылыш: «Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында декларация». «Дәүләт» һүҙен урыҫсанан калька итеп алғанда хата ҡулланыуҙың башҡа миҫалдары ла бар: Государственная премия СССР — СССР-ҙың Дәүләт премияһы, Государственная премия Башкирской АССР имени Салавата Юлаева — Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы. Бында «дәүләт»те ҙур менән яҙыу — хата, ҡыҙғанысҡа ҡаршы БЭ-ла шулай алынған, ә мәҡәләләрҙе унан туранан-тура күсереүсе беҙҙең мөхәррирҙәр был хата менән Башҡорт Википедияһын тултырҙы. --[[Ҡатнашыусы:Айсар|Айсар]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Айсар|әңгәмә]]) 04:24, 3 октябрь 2020 (UTC)
*** Башҡорт Википедияһының үҙаллы терминология комиссияһын төҙөргә кәрәктер ул. Форумдың башында был турала яҙылған. --[[Махсус:Өлөштәр/83.169.200.210|83.169.200.210]] 05:35, 16 ноябрь 2020 (UTC)
 
== [[Суфыйсылыҡ]]мы, суфыйлыҡмы? ==