Ям (ҡәлғә): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
10 юл:
 
=== Новгород республикаһы ===
Йылъяҙмаһы мәғлүмәттәренә ярашлы, Луга аша кисеү янында 1384 йылда Ям ҡәлғәһенә нигеҙ һалына{{Sfn|Кирпичников|1984|с=180|loc=Ямгород. Черты летописной истории}}. Таш ҡәлғә 33 көн эсендә төҙөлә. Төҙөлөш менән Иван Федорович башлығында биш кончан воеводаһы етәкләй, шулай уҡ башҡа күп кенә «баяр һәм бай кешеләр» ҡатнаша. Ҡәлғә Новгородтан Европаға юлдарҙың ҡоро һәм һыу юлы киҫелеше урыны булған Луга аша кисеүҙең уң ярында төҙөлә{{Sfn|Косточкин|1964|с=104}}{{Sfn|Ефимов|1972}}. Быға өҫтәп, Ямды башҡа ҡәлғә  — Копорье менән юл бәйләй, был унан оборона өсөн ҡыҫҡа ваҡыт эсендә резерв еткерергә мөмкинлек бирә{{Sfn|Ефимов|1972}}{{Sfn|Косточкин|1964|с=105}}. Шул уҡ ваҡытта тирә-яҡта ярым хәрби халыҡ ултырыуы күҙәтелә, был ҡәлғә оборонаһы осрағында кеше резервына эйә булырға мөмкинлек бирә. Улар менән бер рәттән ҡәлғәгә, билдәле, льготалы шарттарҙа, күпмелер һанда төрлө ҡала халҡы күсеп ултыра һәм ҡала посады барлыҡҡа килә, ул һуңғараҡ ҡалаға әүерелә.
 
11 йыл үткәс  — 1395 йылда шведтар ҡәлғәне ҡамай, ләкин уңышҡа ирешмәй: ҡәлғә гарнизоны уларҙы ҡасырға мәжбүр итә. Ике йыл үткәс, инде Ливон ордены рыцарҙары Ям эргәһендәге бер нисә ауылды талай, әммә ҡәлғәгә барып етергә баҙнат итмәй.
 
Новгород-ливон һуғышы барышында Ям үҙенә тәүге һөжүмде ҡабул итә   1443 йылда ливон ғәскәре посадты яндыра{{Sfn|Кирпичников|1984|с=183|loc=Ямгород. Черты летописной истории|name=k183}} пристанде емерә. 1444 йылдың көҙөндә Пруссия бомбардаһы менән ҡоралланған ливон ғәскәре ҡәлғәне ҡамай. Ләкин Ямгород һаҡсылары артиллерия алышы барышында пушка уты менән бомбарданы юҡ итә, ә ҡамаусыларҙың һирәгәйгән ғәскәре ҡасырға мәжбүр була. 1447 йылғы Ливон ордены ҡабат ҡәлғәне алырға маташа: уға Пруссия ярҙам итә. Алыш 13 көнгә һуҙыла, һәм Новгородтың еңеүе менән тамамлана. Ливон ғәскәре, ҙур юғалтыуҙар кисереп. сигенә, әммә күп ауылдарҙы таларға өлгөрә  — айырым отрядтары [[Нева]] һәм [[Ижора (йылға)|Ижораға]] тиклем барып етә{{Sfn|Косточкин|1964|с=106—107}}.
 
1448 йылда төҙөлгән ваҡытлыса килешеүҙән һуң зыян күргән ҡәлғәне ремонтлау тураһында мәсьәлә ҡалҡып сыға. Өҫтәүенә, һаҡлау ҡоролмалары иҫкерә һәм шул саҡта барлыҡҡа килгән пушкаларға ҡаршы тора алмай. Шуға күрә Новгород архиепискобы [[II Евфимий (архиепископ Новгород)|Евфимий]] [[II Евфимий (архиепископ Новгород)|II]] бойороғо буйынса 1449 йылда иҫке ҡәлғә һүтелә, һәм уның урынында ҙур һәм яңы ҡәлғә төҙөлә{{Sfn|Ефимов|1972}}{{Sfn|Косточкин|1964}}{{Sfn|Кирпичников|1984}}.
 
=== Рус дәүләте ===
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ям_(ҡәлғә)» битенән алынған