Күлтабан (күл): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
43 юл:
== Топонимика ==
Был күлдең халыҡта төрлө атамалары бар — Күлтабан (аяҡ табанына оҡшауына бәйле), Ҡылтабан («Ете ҡыҙ» легендаһына бәйле) һәм Яугүл ([[Сыңрау торна (йыр)|«Сыңрау торна»]] легендаһына бәйле).
 
== «Сыңрау торна» легендаһы ==
Борон Урал арты башҡорттары илендә бик көслө батыр йәшәгән. Уның етәм тигән еренә еткерә ала торған күк толпары булған. Был ҡаһармандың көсөнә тиң булыр батыр, зирәклегенә, аҡыллылығына оҡшаш кеше булмаған. Иленә килгән яуҙарҙы аяуһыҙ ҡырған, үҙ халҡын, ерен-һыуын дошманға бирмәгән. Тыуған иле өсөн йәнен ҡорбан итергә лә әҙер торған. Шундай бәһлеүән булыуы өҫтөнә ул шәп ҡурайсы ла, йырсы ла булған. Ирәндеккә менеп ҡурай уйнаһа, тауышы тау буйлап ултырған ауылдарға гөрләп ишетелеп торған.
Батырҙың ҡатыны ҡурғаш кеүек ауыр кәүҙәле ул таба. Бала ай үҫәһен көн үҫә, йыл үҫәһен ай үҫә.
 
Егет ҡорона еткәндә ул, ысынлап та, атаһына ҡарағанда ла көслөрәк, мәргәнерәк була, шәп ҡурайсы булып та даны тарала.
Һау сағымда башлы-күҙле итеп ҡалайым, тип атаһы уға кәләш тә әйттерә. Күк толпарҙан тыуған күк дүнәнде бирә.
 
Яҙҙың матур бер көнөндә йәш батыр ҡайны йортона китә. Ыҙмаға етер алдынан толпарын туғайға ебәрә был. Таң менән атын алырға тип барһа, ғәжәп моңло тауыш ишетеп, аптырап ҡала. Түҙмәй, йүгерә-атлай тауыш килгән яҡҡа китә. Яҡынлашҡас, күренмәй генә күҙәтә башлай. Ни күрһен, бер төркөм ваҡ ҡына күк торналар аҡлан уртаһында түңәрәккә баҫып уйнайҙар. Урталарындағы яңғыҙ торна моңло тауыш сығарып ҡысҡырыу менән, ҡалғандары, уға ҡушылып ҡанат ҡағып түңәрәк буйлап әйләнәләр. Егет торналарҙың сыңлап сыҡҡан моңло тауыштарын йотлоғоп, отоп алғансы тыңлай. Шунан, онотолоп ҡуймаһын тип, ҡабатлай-ҡабатлай, тиҙ генә күк толпарын менә, уктай атылып, ҡайны йортона ҡайта. Аттан һикереп төшөү менән, ҡурайын алып, инде көй булып етешкән торна сыңрауын уйнап та ебәрә.
Халыҡ йыйыла. Олоһо ла, йәше лә, бала-саға ла ҡалмай. Бер аҡ һаҡаллы ҡарт: «Был бит сыңрау торналар тауышы. Улар уйнаған ерҙә яу булыр, халыҡ ҡырылыр, тигән ата-олатайҙар», — ти.
 
Батыр ашығыс рәүештә атаһы янына ҡайтып китә. Атаһына ҡайны йортонда күргән хәлдәрҙе түкмәй-сәсмәй һөйләп бирә. Атаһы улына ҡоралдарын тапшыра. Һәм ғәскәр тупларға ҡуша була. Тирә-яҡҡа оран һалып, йәш батыр ғәскәр туплаған, яуға әҙерләнгән.
 
Ысынлап та, күп тә үтмәй илде яу баҫа. Батыр егет уҡсылары менән дошмандарҙы аяуһыҙ ҡырған.
Яуҙы баҫтырғас, бер нисә көн буйы байрам булған. Егетте ил батыры итеп данлағандар. Шунан бирле сыңрау торналарҙың моңо, ҡурайға һалынып, «Сыңрау торна» исеме менән йөрөтөлә. Ә яғаһында һуғыш булған күл Яугүл тип атала.
 
== Иҫкәрмәләр ==