Ҡышҡы һарай баҡсаһы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
4 юл:
== Төҙөлөшө ==
[[Файл:Dvorzovaia_SPb_000000085_1_m.jpg|слева|мини|Һарай юлы, 1902-1917]]
Адмиралтейство үҙенең һаҡланыу функцияларын юғалтҡандан һуң, [[1760 йылдайыл]]да архитектор А.В. Квасов Адмиралтейство бинаһын уратып алған үҙәк майҙан сиктәрен билдәләй. Был бушап ҡалған арауыҡты тәртипкә һала, шул уҡ ваҡытта Ҡышҡы һарай һәм Нева араһындағы участка ҡарауыл булдырыу өсөн ҡулланыла башлай. Ваҡыт үтеү менән был майҙан Киңәйтелгән майҙан исемен йөрөтә башлай. Ошо ҡиәфәттә майҙан [[1870 йылғайыл]]ға тиклем була, һуңынан Һарай яр буйы төҙөлә. Нева прпоспектынан яр буйы йүнәлешенә ҡарай Һарай юлы һалына.
 
Ваҡыт үтеү менән был яңы юл йәнләнә, өҫтәүенә быуат аҙағында һалынған ат юлы урамға өҫтәмә шау-шыу килтерә. Тәҙрәләре менән юлға ҡараған Ҡышҡы һарай яғында батша ғаиләһенең бүлмәләре була, шулай уҡ бында сит ил илселәрен ҡабул итәләр. Шул уҡ [[1880 йылдыңйыл]]дың 5 (17) февралендә С Н. Халтурин Ҡышҡы һарайҙың ҡунаҡтар залы аҫтындағы подвалды шартлата. Был Императорҙың ғүмеренә ҡул һалыуҙарҙың береһе була, ошонан һуң батша ғаиләһе хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса саралар ҡабул ителә.
 
Был эш сиктәрендә урамдың кеше йөрөү өлөшө менән һарай араһында буфер-баҡса проекты төҙөлә, ул [[Александр III]] батшалыҡ иткән осорҙа тамамлана. Төҙөлөш архитектор Н. И. Крамский проекты буйынса [[1896 йыл|1896 йылда]]да башлана. Эш процесы ваҡытында баҡса әйләнә-тирә пейзаж өҫтөнән ҡалҡып тора — 13 000 квадрат метрҙан ашыу майҙанда бейеклек айырмаһы яҡынса метр тәшкил итә.
 
Баҡса уртаһында фонтан төҙөлә, сәскә түтәлдәр һәм ағастар ултыртыла, был эштәр менән баҡса оҫтаһы Р. Ф. Катцер етәкселек итә. Эштәрҙә архитектор Р. Шмеллинг ҡатнаша
[[Файл:Garden_of_winter_palace.jpg|мини|280x280пкс|Баҡса ҡапҡаһы, рәшәткәләр һәм фонарь]]
[[Файл:Пристань_у_Эрмитажа.jpg|мини|297x297пкс|Нева яғынан кәртәҡойма]]
[[Файл:Фонтан_с_другой_стороны_Зимнего_дворца.jpg|мини|280x280пкс|Реконструкцияланған фонтан]]
Киләһе, [[1897 йылдайыл]]да император [[Николай II]] баҡса кәртәһе буйынса архитектор [[Мельцер, Роберт-Фридрих|Р. Ф. Мельцер]]<nowiki/>ҙың Растрелли бароккоһы стилендәге проектын һайлай. Рәшәткә стилләштерелгән акант япраҡтары биҙәге рәүешендә үтәлгән, уларҙыимператоруларҙы император ғаиләһенең вензеле һәм Рәсәй империяһы гербы уратып ала. Рәшәткә [[1899 йылдайыл]]да А.Ф. Эгельсон оҫтаханаһында эшләнә, ул 1900 йылда Парижда бөтә донъя күргәҙмәһендә күрһәтелә. Экспонат үҙ эсенә ҡапҡаларҙы, рәшәткәнең дүрт бүлеген, кәртә бағаналары өсөн алты вазаны ала; был экспонатҡа күргәҙмәнең Гран-приһы тапшырыла.
 
[[1902 йылдайыл]]да кәртәҡойма ҡуйыла, ул гранит нигеҙҙә юғары урында эффектлы күренә. Баҡсаға инеү урыны Һарай стеналары янында урынлаша, был ике башлы бөркөт менән ҙур ҡапҡа була, бағаналарына фонарҙар ҡуйыла. Ҡоймаһы эргәһендә даими һаҡсы тора, баҡсала ағастар ултыртыла, һөҙөмтәлә баҡса император ғаиләһен тауыштан һәм ҡырын күренештәрҙән һаҡлай.
 
== Тарихы ==