Рамаяна: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
"{{Ук}} «'''Рама́яна»''' ({{lang-sa|रामायण}}, {{IAST|Rāmāyaṇa}} «Раманың сәйәхәте») — сан..." исемле яңы бит булдырылған
 
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
24 юл:
* [[Хануман]] —ғәйәт көслө ванара, илаһ [[Шива]]ның ( йәки [[Рудра]]) ун беренсе кәүҙәләнеше, намыҫ ҡушыуы буйынса бурысты үтәүҙең иң юғары өлгөһө. Ел батшаһының улы. Ситаны ҡотҡарыуға иң мөһим өлөш индереүселәрҙең береһе.
* [[Ла́кшмана]] —Рама менән бергә урманға һөргөнгә киткән ҡустыһы. Йылан [[Шеша]]ның кәүҙәләнеше һәм тоғро дуҫтың иң юғары өлгөһө. Ул һәр саҡ Сита менән Раманы ҡурсалай. Ракшас Марича үлер алдынан Рама тауышы менән: «Аһ, Сита! Аһ, Лакшмана!»- тип ҡысҡырып, Сита менән Лашананы алдай. Сита Лакшананы Раманы эҙләргә урманға ебәрә. Лакшмана Ситаны яңғыҙ ҡалдырырға теләмәһә лә, уның талабына бойһона. Равана яралы брамин булып килеп, Ситаны урлай.
* [[Бха́рата]] — Дашаратханың улы, Раманың ҡустыһы. Әсәһе Кайкеи тәхет вариҫы Раманы урманға ҡыуҙыртып, уның үҙен батша итергә теләгәнен, шул арҡала ҡара ҡайғынан Дашаратха үлгәнен белгәс, ул тәхеттән баш тарта һәм Раманы эҙләп сығып китә. Рама ваҡытынан алда кире ҡайтырға теләмәгәс, Бхарата тәхеткә Раманың алтын сандалийҙарын ҡуя. Тимәк, Рама — ысын батша булып ҡала, ә Бхарата — тик ваҡытлыса ғына Рама урынына ил менән идара итә. Ул -ғәҙеллектең иң юғары өлгөһө..
* [[Ра́вана]] — ракшас, [[Ланка]]ның батшаһы. Уның ун башы, егерме ҡулы бар. Уның баштарын сабып өҙһәң дә, үлмәй, ул баштар кире үҫеп сыға . Бар нимәне барлыҡҡа килтергән илаһ- [[Брахма]]нан иҫ киткес ҙур бүләк ала: ун мең йыл эсендә уны бер ниндәй илаһ та, иблис тә, януар ҙа үлтерә алмай—тик кеше генә. Уның алдында хатта илаһтар ҙа ҡалтырап төшә. Равананы еңер өсөн Шива менән Вишну бер хәйлә уйлап сығара. Вишну ''кеше'' ҡиәфәтен ала—ергә Рама һәм уның ҡустылары булып килә. Равана — Ситаны урлап, уны үҙ ҡатыны итергә уйлай, сөнки был уны тағы ла нығыраҡ көсәйтәсәк. Ләкин уға ҡаршы көс ҡулланмай, Ситаны ҡурҡытып та, өгөтләп тә үҙ яғына ауҙарырға тырыша, сөнки ул белә: уға ләғнәт уҡылған, берәй ҡатын-ҡыҙҙы көс менән алһа, ул шунда уҡ һәләк буласаҡ.
 
== Сюжеттың килеп сығыуы==
 
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Рамаяна» битенән алынған