Грузия тарихы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
2 юл:
'''Грузия''' ({{lang-ka|საქართველო}} Сакартве́ло) — Төп Кавказ һыртының көньяҡ битләүҙәрендә, [[Ҡара диңгеҙ]] ярында урынлашҡан Көньяҡ Кавказдағы тарихи төбәк һәм хәҙерге дәүләт атамаһы. Төп халҡы булып Кавказдың һәм донъяның боронғо халыҡтарының Европеоид расаһына ҡараған боронғо ерле халыҡтарҙың береһе — картвелдар тора, тап улар Грузин дәүләтенең тарихын барлыҡҡа килтерә<ref>Цитата: "Грузинский народ, прошёл очень длительный период своего развития и является одним из древнейших народов существующих в современное время, распространённый с древности на обширной территории Кавказа."history.wikireading.ru/215965</ref>([[Кавкасионская раса|см.]]).{{sfn|''Лэнг Дэвид М.''|2008|name="david"}}<ref>Цитата: «Кавказский тип — для изучения я взял именно этот тип, горский тип Кавказа, потому как его южный склон производит самую красивую расу людей; под этой расой я в первую очередь подразумеваю грузин. Все физиологические признаки сводятся к этому. Таким образом мы должны с большей уверенностью утверждать, что Кавказ — это место рождения человечества.»https://www.irakly.info/blumenbach-t2823.html</ref>.
 
Грузия тарихы (груз. {{lang-ka|საქართველოს ისტორია}}) Аббевиль мәҙәниәте һәйкәлдәренән башланып, бөгөнгө ваҡиғалар менән тамамланған оҙайлы ваҡытты үҙ эсенә ала. Кавказ төбәктәре менән бер рәттән Грузия кешелек цивилизацияһы һәйкәлдәре табылған һәм металлургияның, шараптың тыуған ере иҫәбенә инә. Грузия тарихында беренсе ҡәбилә берләшмәһе, һуңыраҡ дәүләт булып беҙҙең эраға тиклем II мең йыллыҡ аҙағында телгә алынған Диаоха тора<ref name="david" />.
 
Грузияның алтын быуаты (груз.{{lang-ka| საქართველოს ოქროს ხანა}}) беҙҙең эраға тиклем XI һәм XIII быуттар башына тура килә. Үҫешеү ваҡыты Бөйөк тип нарыҡланған [[Тамара (батшабикә)|Тамара]] батшабикә (1184—1210) идара иткән осор һанала. Уның хакимләғә ваҡытында Грузия сәскә ата, грузин әҙәбиәтенең шедевры — [[Шота Руставели]]ҙың «Витязь в тигровой шкуре» поэмаһы яҙыла<ref>[http://www.britannica.com/EBchecked/topic/230186/Georgia Encyclopaedia Britannica]</ref>. «Алтын быуаттан» һуң оҙайлы ваҡыт Грузия [[монгол]], фарсы һәм [[Төрөктәр|төрөк]] хакимлығы аҫтында була, ваҡыты-ваҡыты менәән генә бойондороҡһоҙлоҡ ала. Быҫҡынсылыҡ һөҙөмтәһендә берҙәм грузин батшалығы Картли, Кахети, Имерети һәм Самцхе-Саатабагоға бүленә. Феодалдарҙың көсәйеүе арҡаһында Имеретин батшалығы Мегрель һәм Гурия кенәзлектәрен, Абхазияны юғалта<ref name="Kapitsa">''Капица Ф. С. Предисловие // {{sfn0|''Лэнг Дэвид М.''|2008}}''</ref>.
 
Грузияның яйлап тергеҙелеүе 1762 йылда Картли менән Кахетиҙың берләшеүенән һуң башлана. 1783 йылда [[Рәсәй]] менән [[Грузия]] араһында Георгий трактаты төҙөлә. 1801—1864 йылдар осоронда грузин батшалыҡтары һәм кенәзлектәре [[Рәсәй империяһы]] составына инә һәм унда [[1918 йыл]]ға тиклем була. һуңынан беренсе Грузин демократик дәүләте — Грузия Демократик Республикаһы ойошторола. 1921 йылдың 25 февралендә 1921 Грузия Демократик Республикаһы [[Ҡыҙыл Армия]] частары тарафынан бөтөрөлә. [[1991 йыл]]дың 9 апрелендә Грузия Юғары Советы бойондороҡһоҙлоғон тергеҙеү тураһында акт ҡабул итә, әммә шул уҡ йылдың аҙағында, [[СССР]] тарҡалғанға тиклем Грузия формаль рәүештә уның составында ҡала. 1991 йылдың 26 декабренән Грузия — бойондороҡһоҙ дәүләт. 1992 йылдың 31 июленән Грузия [[Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы]]ның тулы хоҡуҡлы ағзаһы булып тора<ref>[http://www.un.org/ru/members/ Официальный сайт ООН]</ref>.