Уйһыулыҡ: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Низменность" битен тәржемә итеп төҙөлгән
(айырмалар юҡ)

20:02, 23 октябрь 2020 өлгөһө

Уйһыулыҡ, уйпат ер — физик географияла ер өҫтөндәге киң майҙандың дөйөм кимәле түбәндә урынлашҡан урын. Был термин океан яр буйы битләүҙәренә , тауҙар уратып алған уйпаттарға, денудация (эрозия) яҫылыҡтарына йәки ҡалҡыулыҡтарҙан айырмалы башҡа ерҙәргә ҡарата ҡулланыла.

Был төр уйһыу борский



Уйһыулыҡтарҙың өҫтө ғәҙәттә тигеҙ, бик һирәк - .убалы. Улар йыш ҡына тектоник уйылыу, уйпаттарға ярайһы горизонталь ятҡан континенталь йәки диңгеҙ ултырма лары тулыу һөҙөмтәһендә (башлыса йылға аллювийҙарында ) барлыҡҡа килә.

Рельеф формалары классификацияһы бик аныҡ түгел. Уйһыулыҡ тип диңгеҙ кимәленән уртаса 200 метрға түбәндәрәк ятҡан тигеҙлектәрҙе, [1][2]. һанайҙар. Ҡайһы бер уйһыулыҡтар өҫтө диңгеҙ кимәленән түбәндә ята. Каспий буйы уйһыулығы диңгеҙ кимәленән 26-28 м түбәнерәк урынлашҡан.

Физик картала уйһыулыҡтар йәшел төҫтә булыуы менән айырыла. Шул уҡ ваҡытта, был майҙандың абсолют бейеклеге әҙерәк булған һайын, йәшел төҫ ҡуйыраҡ була бара. Ә ҡараһыу-йәшел төҫ уйһыулыҡтың океан кимәленән түбәнерәк булыуын аңлата[3].

Ер йөҙөндәге иң ҙур уйһыулыҡ — Амазонка уйһыулығы (Амазония) — майҙаны 5 млн км2-ҙан ашыу. Көньяҡ Америкала урынлашҡан .

Әҙәбиәт

Низменность // Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.

Иҫкәрмәләр

  1. Классификация форм земной поверхности. geolike.ru. Дата обращения: 18 сентябрь 2019.
  2. Равнины и их классификация | big-archive.ru. big-archive.ru. Дата обращения: 18 сентябрь 2019.
  3. Речные равнины примеры – Равнины, их классификация. Подразделение равнин по абсолютной высоте. Формы рельефа, связанные с материковым оледенением. Чистое Подмосковье (6 декабрь 2018). Дата обращения: 18 сентябрь 2019.