Тигеҙлектәр: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Тигезлек (геология)" битен тәржемә итеп төҙөлгән
(айырмалар юҡ)

19:19, 23 октябрь 2020 өлгөһө

Тигеҙлек (рус. равнина, ингл. plain) — майҙаны буйынса шаҡтай ҙур булған ҡоро ер өҫтө, диңгеҙ һәм океандар төбө, ай өҫтө рельефының иң мөһим элементтарының береһе. Ер өҫтөнөң ауышлыҡһыҙ тип әйтерлек (5° - ҡа тиклем ауышлыҡ менән) һәм ҡалҡыулыҡтары әҙ (200 метрға тиклем) булыуы менән айырылып торған тигеҙ урын.

Австралиялағы тигеҙ ер

Күпселек тигеҙлектәр платформа өҫтөндә формалаша. Ҡайһы бер тигеҙлектәр таулы өлкәләрҙең тау аралары һәм тау алдары иңкеүлектәрендә хасил була. Һыу аҫты тигеҙлектәре океан төбөндә, шельфта, ҡоро ергә сиктәш диңгеҙҙәрҙең соҡорҙарында яһалған абиссаль тигеҙлектәр күберәк таралған.

Тигеҙлектәр, тауҙар кеүек үк, ҙур булмаған градиентлы (1-2 м/км тиклем) тектоник хәрәкәттәргә дусар була. Ғөмүмән алғанда, тигеҙлектәр ҡоро ер өҫтөнөң 65 % - ын тәшкил итә. Донъяның иң ҙур тигеҙлеге: Амазонка уйһыулығы (5 млн км2 артыҡ).

Тау алды тигеҙлеге. Ираҡ

Классификация

Диңгеҙ кимәле өҫтөндә бейеклек буйынса төрҙәре

 
Көнбайыш Себер тигеҙлеге
  • диңгеҙ өҫтөнән түбән (Каспий буйы уйһыулығы)
  • 0 метрҙан 200 метрға тиклем (Көнбайыш Себер тигеҙлеге)
  • 200-500 метр бейеклектәге (Устюрт яйлаһы)
  • 500 метрҙан бейегерәк урынлашҡан (Иран тауҙарының эске өлөштәре)

Өҫтҡнҡң формаһы буйынса төрҙәре

  • горизонталь тигеҙлектәр
  • һөҙәк тигеҙлектәр
  • тәрән тигеҙлектәр

Морфологияһы буйынса төрҙәре

 
Убалы-түбәле тигеҙ ер. Ергәнтау. Башҡортостан республикаһы
  • ҡалҡыулыҡлы тигеҙ ер
  • убалы-түбәле тигеҙ ер
  • тәпәш таулы тигеҙ ер
  • түтәлле тигеҙ ер
  • яҫы тигеҙлек

Экзоген процестар өҫтөнлөк итеү буйынса төрҙәре

  • денудацион тигеҙлек (яйла)
  • аккумулятив тигеҙлек (аллювиаль, диңгеҙ ултырмалары, күл, боҙ , янартау ултырмалары менән ҡапланған тигеҙлек)

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Әҙәбиәт

  1. Большая российская энциклопедия. В 30 томах. М.: НИ БРЭ, 2010. ISBN 5-85270-320-6

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр