Ғүмәров Әсғәт Ғәлимйән улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә →‎Йәмәғәт эшмәкәрлеге: clean up, replaced: Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай → Башҡортостан Республикаһы using AWB
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Тамғалар: редактор вики-текста 2017
26 юл:
[[File:Члены Общественной Палаты Башкортостана в Самаре. Выездное заседание ОП РФ.jpg|thumb|Башҡортостандың йәмәғәт ойошмалары ағзалары Рәсәй Йәмәғәт Палатаһының Һамарҙа үткәргән ултырышына барғанда. БР Йәмәғәт Палатаһы рәйесе Ә.Ғ. Ғүмәров- уңда. 20011)]]
 
'''Ғүмәров Әсғәт Ғәлимйән улы''' ([[15 август]] [[1937 йыл]], [[Башҡорт АССР-ы]] [[Дүртөйлө районы]] [[Иҫке Байыш]] ауылы) — [[башҡорт]] [[СССР|совет]] һәм [[Рәсәй]] ғалимы, инженер-механик, йәмәғәт эшмәкәре. [[Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы]] академигы (1991) һәм вице-президенты (1991).

Техник фәндәре докторы (1984), профессор (1986), РФ (1997)<ref>Указ Президента РФ от 25 августа 1997 N 926 «О награждении государственными наградами Российской Федерации работников акционерных обществ, предприятий, учреждений и организаций топливно-энергетического комплекса»</ref> һәм БАССР-ҙың (1974) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1997), СССР нефть сәнәғәте отличнигы (1970), Почётлы нефтсе (2002).

«Башҡортостан Республикаһының энергоресурстарҙы транспортлау проблемаһы институты» дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры (1978—2015), «Башҡортостан Республикаһының энергоресурстарҙы транспортлау проблемаһы институты» дәүләт унитар предприятиеһының ғилми етәксеһе (2015 йылдан).
 
== Белеме ==
Юл 32 ⟶ 36:
 
== Карьера үҫеше ==
Лаборант, инженер, өлкән ғилми хеҙмәткәр, проекттың баш инженеры, НИИтранснефть секторы етәксеһе (1957—1970); лаборатория мөдире, бүлек мөдире, ВНИИСПТнефть директор урынбаҫары (1970 й.), директоры (1978 й.).

2002—2015 йылдарҙа «Энергоресурстарҙы транспортлау проблемаһы институты» дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры. 1991 йылдан [[Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһы]]ның вице-президенты.
 
== Фәнни, инженерлыҡ һәм уҡытыу эшмәкәрлеге ==
Инженер һәм фәнни тикшеренеүҙәренең төп йүнәлеше: нефть һәм нефть продукттарын магистраль үткәргес торба аша транспортлау системаһының ышаныслылығын тәьмин итеү.

Үткәргес торба системаһында күп фазалы мөхит механикаһы, аралыҡ конструкцияларының үткәреү һәләтенә күсеш процестары һәм баҫымлы күренештәр йоғонтоһо, газ-шыйыҡ ҡатышмаһын һурҙырып ағыҙыуҙың хәүефһеҙ технологияларын эшләү, металл конструкцияларын тутығыуҙан һаҡлау дәрәжәһен күтәреү технологияһы һәм ысулдары өлкәһендә фундаменталь һәм ғәмәли тикшеренеүҙәр ойоштороу инициаторы һәм етәксеһе.

Удар тулҡындарҙың таралыуын, цилиндр тышсаның һәм металл структураһының көсөргәнешле-деформацияланған торошон тикшереүгә өлөш индерә, шулар нигеҙендә принципиаль яңы технологиялар булдырыла. Торба үткәргес транспорты объекттарында шартлау энергияһын ижади маҡсатта файҙаланыу идеяһын тәҡдим итә.

Әсғәт Ғәлимйән улы Ғүмәров үткәргес торбаларҙың ышаныслылығын тәьмин итеү проблемалары буйынса фәнни мәктәп булдыра. Уның уҡыусылары араһында 40-тан ашыу фән кандидаты һәм докторҙары бар. Уҡыусылары менән берлектә, шартлатҡыс матдәләр ҡулланып, принципиаль яңы технологик процестар һәм техник саралар булдырған.
 
== Йәмәғәт эшмәкәрлеге ==
[[Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай]] депутаты. Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы рәйесе.

РФ фән етәкселәре Гильдияһы советы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Эксперт советының яуаплы сәркәтибе, нефть һәм газ сәнәғәтендә металдарҙы тутығыуҙан һаҡлау буйынса Халыҡ-ара ассоциация президенты (1990), [[Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһы]]ның «ЭНТАс» экологик фәнни-техник ассоциацияһы президенты, «ИПТЭР» дәүләт унитар предприятиеһы ҡарамағындағы диссертация яҡлау буйынса махсуслаштырылған советтың рәйесе.

«Рәсәй-Һиндостан» дуҫлыҡ Йәмғиәтенең вице-президенты, уның төбәктәрҙәге үҙәк етәкселәре советы президенты, «Башҡортостан-Һиндостан» дуҫлығы Йәмғиәтенең рәйесе.
 
== Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре ==