Башҡорт ихтилалдары (1735—1740): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
45 юл:
 
=== 1-се этабы ===
Ырымбур экспедицияһы әҙерләнгәнлеген башҡорттар 1734 йылда [[Килмәк Нурышев]]ҡа — Нуғай даруғаһының күренекле бейенә Петербургтан башҡорт старшинаһы һәм муллаһы ''Туҡсура Алмаҡовтан'' килгән хаттан белгән. 1734 йылдың һуңында һәм 1735 йылдың яҙында бөтә 4 даруға вәкилдәре [[Ҡазый мәсете]]нә ҡоролтайға йыйылған. Пётр Иванович Рычков раҫлағанса, ерҙәренән һәм азатлығынан мәхрүм ҡалыу ҡурҡынысы янағанлыҡтан<ref>''Жуковский П. В.'' Дополнения к «Истории Оренбургской» П. И. Рычкова //Труды Оренбургской ученой архивной комиссии. Вып.33. Оренбург.1916. С.102-103; РГАДА. Ф.248. Кн.1236. Л.34-35.</ref>, башҡорттар <blockquote>«…бөтөнләй иректән яҙҙырырҙар, тип һөйләшеп, Ырымбур ҡалаһын (хәҙерге Орск ҡалаһы) төҙөүгә бөтөн көстәре менән ҡаршы торорға ҡарар иткән».</blockquote> 1735 йылдың май һуңында — июнь башында Өфө эргәһендә Килмәк Нурышев һәм [[Аҡай Күсемов]] етәкселегендә йыйылған башҡорттар, Ырымбурҙы төҙөү тураһындағы ҡарарҙан баш тартыуҙы талап итеп, [[Кирилов Иван Кириллович|Иван Кириллович Кириловҡа]] ике вәкил ебәргән. Хөкүмәт кешеләре, ебәрелгән вәкилдәрҙе язалаған, береһе хатта үлтерелгән. 1735 йылдың 15 июнендә Кирилов экспедицияһының Өфөнән Ыр[[Ур йылғаһына(Яйыҡ ҡушылдығы)|Ур]]на табан хәрәкәте ихтилал тоҡаныуын белдергән. Тәүге бәрелеш 1-6 июлдә булған: Килмәк Нурышевтың 3 меңлек отряды, экспедицияны һаҡлап уның артынан килгән, Вологда полкының роталарына һөжүм иткән.
 
1735 йылдың йәйендә күмәк кеше йәлеп иткән башҡорт хәрәкәте Башҡортостандың европа өлөшөндә йәйелдерелә. Өфө янындағы рус ауылдарына, Табын ҡәлғәһенә һөжүм иткәндәр, [[Минзәлә]] һәм башҡа тораҡтар ҡамауҙа ҡалған. Августа Тенис биҫтәһенән Ырымбурға сыҡҡан аҙыҡ-түлек ылауы ҡыйратыла. Баш күтәреүселәрҙең төп көстәре Ағиҙел йылғаһы бөгөлөндә һәм Дим йылғаһы буйында туплана. Баш ҡалаға ихтилал башланыуы тураһындағы хәбәр июль һуңында барып етә. Баш күтәреүселәргә ҡаршы торор өсөн Башҡорт эштәре комиссияһы булдырылған. Комиссия етәксеһе һәм Башҡортостандағы хәрби көстәр командиры итеп 1735 йылдың 13 авгусында генерал-лейтенант [[Румянцев Александр Иванович|Александр Иванович Румянцев]] тәғәйенләнгән. Уның ҡарамағына 3 регуляр полк, 500 яйыҡ казагы, 3000 ҡалмыҡ булған. Баш күтәреүселәргә ҡаршы 20 меңдән ашыу кешенән торған бер нисә каратель экспедицияһы ойошторолған.