Сыңрау торна (балет): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Биттең эстәлеге юйылған
Тамғалар: Таҙартыу
Il Nur (фекер алышыу | өлөш)
ә Ҡулланыусы Alfiya55 (фекер алышыу) 974902 үҙгәртеүенән баш тартты
1 юл:
{{АХБ|http://bash.bashenc.ru/index.php/component/content/article/8-statya/12927-sy-rau-torna}}
'''Сыңрау торна балеты''' — 1941 йылда композиторҙар Л. Б. Степанов һәм З. Ғ. Исмәғилев тарафындан яҙылған тәүге башҡорт милли балеты.
 
== Тасуирламаһы ==
"Сыңрау торна" балеты — башҡорт халыҡ легендаһы мотивтары буйынса яҙылған. Беренсе тапҡыр Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында 1944 йылда куела.
 
Либреттоһын [[Ғәскәров Фәйзи Әҙһәм улы|Ф. Ә. Ғәскәров]] яҙған, балетмейстеры — [[Анисимова Нина Александровна|Н. А. Анисимова]], дирижёры — Х. В Фазлуллин, ҡуйыусы рәссамы — [[Имашева Ғәлиә Шакир ҡыҙы|Ғ. Ш. Имашева]]<ref>[http://bash.bashenc.ru/index.php/component/content/article/8-statya/12927-sy-rau-torna БЭ].
</ref>
 
Төп партияларҙы башҡарыусылар:
 
* Зәйтүнгөл — [[Насретдинова Зәйтүнә Әғзәм ҡыҙы|З. Ә. Насретдинова]],
* Йомағол — [[Сафиуллин Хәләф Ғата улы|Х. Ғ. Сафиуллин]],
* Арыҫланбай — [[Ғәскәров Фәйзи Әҙһәм улы|Ф. Ә. Ғәскәров]],
* Торналар башлығы — [[Юлтыева Нинель Дауыт ҡыҙы|Н. Д. Юлтыева]].
 
1953 йылда "Сыңрау торна" балетының 2‑се редакцияһының 4 шаршаулы премьераһы була.(Ғәскәров либреттоһы, балетмейстеры Анисимова, дирижёры Г. А. Ержемский, ҡуйыусы рәссамы [[Арыҫланов Мөхәмәт Нуриәхмәт улы|М. Н. Арыҫланов]]). Партияларҙы Зәйтүнә Насретдинова (Зәйтүнгөл), Хәләф Сафиуллин (Йомағол), Ф.С.Йосопов (Арыҫланбай), [[Таһирова Майя Афзал ҡыҙы|М. А. Таһирова]] (Торналар башлығы) башҡара.
 
3‑сө редакцияһының (3 шаршаулы) премьераһы 1977 йылда үтә (Фәйзи Ғәскәров либреттоһы, Зәйтүнә Насретдинова һәм Р. А. Насиров спектаклде яңырта, дирижёры [[Моталов Ғәйнетдин Хәйретдин улы|Ғ. Х. Моталов]], ҡуйыусы рәссамы [[Плекунов Владимир Иванович|В. И. Плекунов]]). Партияларҙы башҡаралар: [[Ҡыуатова Леонора Сафа ҡыҙы|Л. С. Ҡыуатова]] (Зәйтүнгөл), Ю. Ғ. Ушанов (Йомағол), [[Тереғолов Шамил Әхмәт улы|Ш. Ә. Тереғолов]] (Арыҫланбай), С. И. Саттарова (Торналар башлығы).
 
4‑се редакцияһының премьераһы 1997 йылда була (бейеүҙе сәхнәгә ҡуйыусы Шамил Тереғолов, дирижёры М. Ә. Әхмәтзарипов, ҡуйыусы рәссамы Д. А. Чербаджи). Партияларҙы башҡаралар: Н. А. Сологуб (Зәйтүнгөл), Б. М. Юлдашев (Йомағол), Р. Р. Мөхәмәтов (Арыҫланбай), Е. Ю. Фомина (Торналар башлығы).
 
Балет [[Мәскәүҙә башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһы]]нда (1955), Ульяновск (1968) һәм Ленинград (1969) ҡалаларында үткән БАССР әҙәбиәте көндәрендә күрһәтелә.
 
"Сыңрау торна" балеты 1959 йылда Свердловск киностудияһында экранлаштырыла (Ғәскәров һәм [[Бикчәнтәев Әнүәр Һаҙый улы|Ә. Һ. Бикчәнтәев]] либреттоһы, режиссеры О. П. Николаевский, балетмейстеры Анисимова).
Ролдәрҙе башҡаралар: Э. Ә. Сөләймәнова (Зәйтүнгөл), И. Х. Хәбиров (Йомағол), Сафиуллин (Арыҫланбай), Насретдинова (Торналар башлығы)<ref>[http://bash.bashenc.ru/index.php/component/content/article/8-statya/12927-sy-rau-torna].</ref>
 
== Иҫкәрмәләр ==
{{иҫкәрмәләр}}
 
== Һылтанмалар ==
[http://bash.bashenc.ru/index.php/component/content/article/8-statya/12927-sy-rau-torna]/{{БЭ2013|}}
 
== Әҙәбиәт ==
* Хайруллин Р. Х. Мастера балетного искусства Башкирии. Уфа, 1963;
* Ахмадеева Г. Н. Башкирский балет. Уфа, 2003;
* Галина Г. С. Тамара Худайбердина. Уфа, 1996.
 
[[Категория:Башҡортостанда балет]]