Робот — версиялар араһындағы айырма

28 байт алынған ,  6 месяцев назад
ә (clean up, replaced: <!-- → <!--- (2) using AWB)
 
Яһалма йән эйәләре тураһында идея Кадм тураһындағы [[Боронғо Греция|боронғо грек]] мифында күрһәтелә, Кадм аждаһаны үлтереп уның тештәрен ергә һибә һәм уларҙы һөрә, тештәрҙән һалдаттар үҫә. Икенсе боронғо грек мифында, скульптор Пигмалион үҙенең статуяһы Галатеяға йән бирә. «Ҡамыр батыр» башҡорт халыҡ әкиәтендә төп ҡаһарман ҡамырҙан яһалған була, ә скандинав эпосы "Кесе Эдда"ла йәшен аллаһы Тор менән алышыр өсөн тролль Хрунгнир менән эшләнгән Мёккуркальви исемле балсыҡ гиганты хаҡында бәйән ителә<ref>{{Cite web|url = http://www.fbit.ru/free/myth/texty/medda/003.htm|title = Младшая эдда|author = |work = |date = |publisher = }}</ref><ref>{{Cite web|url = http://www.fbit.ru/free/myth/texty/medda/003.htm|title = Млашая эдда|author = |work = |date = |publisher = }}</ref>.
 
Роботтарҙың тәүге прототиптары араһында ғәрәп ғалимы һәм уйлап табыусыһы [[:ru:Аль-Джазари|Әл-ДжазириЖәзәри]] (1136—1206) төҙөгән механик фигуралар була. Ғалим дөңгөрҙә, арфала һәм флейтала уйнаусы дүрт механик музыкант менән кәмәне эшләй. Кешегә оҡшаш роботтың һыҙмаһы [[Леонардо да Винчи]] менән яҡынса 1495 йылда яһала<ref>http://chip-news.ru/archive/chipnews/200402/Article_14.pdf</ref>. 1738 йылда француз механигы һәм уйлап табыусыһы Жак де Вокансон тәүге эшләүсе кешегә оҡшаш ҡоролманы (андроид) төҙөй, ул флейтала уйнаған. Вокансон шулай уҡ механик өйрәктәрҙе лә эшләгән.
 
1898 йылда [[Никола Тесла]] радио менән идара ителгән миниатюр судноны төҙөй һәм күрһәтә. 1921 йылда чех яҙыусыһы Карел Чапек тамашасыларға «Р. У. Р.» («Россум универсаль роботтары», «R.U.R.»; 1920) пьесаһын тәҡдим итә<ref>[http://lib.ru/SOCFANT/CHAPEK/rur.txt РУР]</ref>, был пьесала «робот» һүҙе тәүге тапҡыр ҡулланыла.
25 249

үҙгәртеү