Шына яҙыу: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
{{Ук}}
'''Шына яҙыу''' — әле билдәле булғандарҙан иң боронғо яҙыу системаһы. Яҙыу формаһын күп осраҡта яҙа торған материал — балсыҡ таҡта билдәләгән. Сей сағында уға осло ҡамыш менән тамғалар төшөргәндәр, шынаға оҡшаш һыҙыҡтар шулай хасил булған.
 
Шына яҙыу системаларының күбеһе [[Шумерҙар|шумер]] яҙмаһына (аккад системаһы аша) барып тоташа. [[Бронза быуаты]]ның аҙағында һәм антик осорҙа күренеше менән аккад шына яҙыуына оҡшаш яҙыу системлары була, ләкин килеп сығышы башҡа (угарит яҙыуы, кипр-миной яҙыуы, фарсы шына яҙыуы) була.
 
== Тарихы ==
8 юл:
=== Ике йылға араһы ===
[[Файл:Tableta_con_trillo.png|слева|мини|Киш таҡтасыҡтары (б.э.т. 3500 йылдар)]]
Шумер яҙыуы ҡомартыларының иң боронғоһо   Киш таҡтасығы (б.э.т. 3500  йыл тирәһе). Табылдыҡтар араһында ваҡыт буйынса унан һуң боронғо Урук ҡалаһын ҡаҙған саҡта табылған һәм б.э.т. 3300 йылға ҡараған документтар тора. Яҙыу барлыҡҡа килеү ҡалалар үҫкән һәм шуға ярашлы йәмғиәт тамырҙан үҙгәргән ваҡыттарға тура килгән. Шул уҡ ваҡытта Боронғо Месопотамияла [[тәгәрмәс]] уйлап табалар һәм [[баҡыр]] иретергә өйрәнәләр.
 
[[Тигр]] менән [[Евфрат]] араһында   Шумер батшалығы, ә  көнсығышта [[Элам]] батшалығы урынлашҡан була. Был ярайһы уҡ [[Урбанизация|урбанизацияланған]] дәүләттәрҙең ҡалаларында идарасылар, сауҙагәрҙәр, һөнәрселәр йәшәй. Ҡалаларҙан тышта крәҫтиәндәр һәм көтөүселәр көн итә.
 
Сауҙа һәм идаралыҡ бәйләнештәрен нисектер теркәү ихтыяжы тыуғас, яҙма барлыҡҡа килә.
 
Яҙыу системаһын иң тәүҙә шумерҙар уйлап сығара. Айырым пиктограммалар менән генә ҡулланған Элам шумер яҙмаһын үҙ теленә яраштыра.
 
=== Хисаптан  — яҙмаға ===
[[Файл:Sales_contract_Shuruppak_Louvre_AO3766.jpg|слева|мини|250x250пкс|Туппум  — Шуруппакта табылған балсыҡ таҡтасыҡ.<br /><br />Б.э.т. 2600 йыл тирәһе]]
Техас университеты профессоры (Остин) Дениз Шмандт-Бессер гипотезаһына ярашлы, тәүҙә мөлкәт хисабын алып барыу өсөн [[Шумер]]ҙа һәм [[Элам]]да төрлө формалы балсыҡ һындар (токендар) ҡулланылған, һәр токен берәй объектты аңлатҡан (һыйыр, һарыҡ һ.б.). Шунан токендарҙың формаһы һәм ҙурлығы үҙгәртелә, артабан уларға тамғалар (бармаҡ эҙе, киртектәр, геометрик формалар) ҡуйыла башлай.
 
Токендар балсыҡ һауытҡа һалынып, эйәһен белдергән цилиндрик мисәт һуғылып, ябып ҡуйылыр булған. Әгәр һауытта малдың һаны тураһындағы мәғлүмәт булһа, уны ватып, эсендәге шарҙарҙы һанағандар.
 
Б.э.т. 3300 йылдарҙа һауыт тышына хужаһының мисәте менән бергә эсендәге токендарҙың эҙе лә баҫылған. Шулай итеп, һауыт эсенән бикләнгән мәғлүмәт уның тышында ла ҡабатланған. Был ысул һауытты ватмайынса ла уның йөкмәткеһен белергә мөмкинлек биргән, шулай уҡ рөхсәтһеҙ үҙгәрештәр индереүҙе иҫкәрткән.
 
Яйлап токендар ҡулланыуҙан сыҡҡан, ә тамғалар ғына ҡалған, һауыттың кәрәге бөтөп, уны яҫы таҡтасыҡ алмаштырған. Беренсе балсыҡ таҡтасыҡтарға баҫылған түңәрәктәр, өсмөйөштәр һәм башҡа тамғалар нимә тураһында һүҙ барғанын һәм уның һанын аңғартҡан.
 
Шул уҡ ваҡытта «универсаль үлсәү берәмеге» тигән абстракт төшөнсә булмаған. Һәр символ үҙенең сифат-һан билдәһенә бәйләнештә генә йөрөгән. Бер һарыҡты бер үлсәм иген менән бутап булмаған.
 
Шулай итеп, тәүге яҙыу символдары һанала ала торған объекттар ([[тауар]]ҙар) формаһын йөрөткән. Мәҫәлән, «1 кәзә», «2 һарыҡ», «3 үлсәм иген» тамғалары.
 
Һуңғараҡ пиктограммаларҙан тотороҡло ҡушылмалар барлыҡҡа килгән, уларҙың мәғәнәһе һүрәттәрҙең һанын белдереү мәғәнәһенән ситкә китә башлаған. Мәҫәлән, «ҡош» тамғаһы «йомортҡа» тамғаһы менән бергә «үрсемлелек» төшөнсәһен биргән һәм ҡоштарға ғына түгел, абстракт термин булараҡ та ҡулланылған. Бындай ҡушылмалар [[идеограмма]] («символ-идея») булып киткән.
 
Б.э.т. 3000 йылға пиктограммалар һәм идеограммалар фонетик ҡулланылыш ала, йәғни был символдар («символ-тауыш») һүҙҙәргә берләшә һәм ҡайһы берҙә мәғәнәһе буйынса һүрәтләнгән предметтарҙан бөтөнләй алыҫ тора.
 
Яҙыу стиле лә үҙгәрә. Яҙыуҙы ябайлаштырыу өсөн символдар ҡыҫҡа киҫемдәргә бүленә (шыналар  — яҙыуҙың атамаһы шуға бәйле), уларҙы балсыҡҡа төшөрөүҙең кәрәге бөтә, сөнки уларҙы осло башлы махсус таяҡса  — ''ҡәләм''  — ярҙамында төшөрә башлайҙар.
 
Бының менән рәттән символдар сәғәт йөрөшөнә ҡаршы 90° боролош яһай.
 
Яңы яҙма һүҙлеге даими тулылана, һыҙыҡтар камиллаша, стандарттары барлыҡҡа килә. Яҙма шумер телен ярайһы уҡ яҡшы сағылдыра, административ һәм юридик журналдар ғына түгел, «[[Гилгәмеш эпосы]]» кеүек әҙәби әҫәрҙәр ҙә яҙыла.
 
Б.э.т. II мең йыллыҡтан башлап шына яҙыу бөтә [[Яҡын Көнсығыш]]ҡа тарала, был хаҡта Амарна архивы һәм Богазкөй архивы ҡомартҡылары шаһитлыҡ итә.
 
Яйлап был яҙыу системаһын икенселәр алмаштыра.
 
== Шына яҙыуҙың шифрын асыу ==
1802 йылда немец уҡытыусыһы Георг Фридрих Гротефенд, билингваһыҙ көйө, комбинаторик метод ярҙамында боронғо фарсы шына яҙыуының шифрын өлөшләтә аса ала. Ул [[Персеполь]] харабаларында [[XVIII быуат]]та дат сәйәхәтсеһе Карстен Нибур күсереп алған ике яҙыуҙы анализлай. Ҡабатланған тамғаларҙы ул Әһәмәниҙәр ырыуына ҡараған боронғо фарсы батшаларының исеме һәм титулдарылыр тип фараз итә. [[Геродот]] төҙөп ҡалдырған ырыу шәжәрәһенә таянып, Гротефенд яҙмаларҙа Дарий I һәм Ксеркс I батшаларҙың, Дарийҙың атаһы Гистасптың исемдәрен таба. Шунан был исемдәрҙең авеста һәм боронғо йәһүд яҙмаларындағы яҙылышы менән сағыштырып, 13 тамғаның яңғырашын асыҡлай, уларҙың 9-ы ысынлап та дөрөҫ булып сыға. Әммә Гротефендтың эше билдәһеҙлектә ҡала.
 
Һуңыраҡ британ дипломаты һәм лингвист Генри Роулинсон ҙур Бехистун яҙмаһын күсереп ала һәм фарсы шына яҙыуын тулыһынса таныуға өлгәшә. Яҙыу өс телдә булғанлыҡтан артабан ассириологтар ярҙамында элам һәм аккад шына яҙыуы ла уҡыла. Улар шумер шына яҙыуының вариҫы булып сыға. [[Вавилон|БабилБабилда]]да һәм [[Ниневия]]ла документтар һәм хатта һүҙлектәр һаҡланған ҙур архивтар табыла. Бының һөҙөмтәһендә XIX быуат аҙағына шына яҙыуҙың һуңғы осор формалары танылып бөтә.
 
Аккад шына яҙыуын таныу Эдуард Хинкс, Роулинсон һәм Юлиус Опперт тарафынан тормошҡа ашырыла.
 
XXI  быуат башына шумер шына яҙыуы тамғаларының һүрәтле прототиптары (тәүшумер яҙыуы) һәм тәүэлам яҙыуы ғына танылмай килә.
 
 
58 юл:
 
== Әҙәбиәт ==
* Кьера Эдвард. Они писали на глине.  — М.: Наука, Главная редакция восточной литературы, 1984.  — 136 с.: ил.  — ([[По следам исчезнувших культур Востока]]).
 
* Кьера Эдвард. Они писали на глине. — М.: Наука, Главная редакция восточной литературы, 1984. — 136 с.: ил. — ([[По следам исчезнувших культур Востока]]).
* История письма: Эволюция письменности от Древнего Египта до наших дней / Пер. с нем. — М. : [[Эксмо]]; СПб. : [[Terra Fantastica]], 2002. — 400 с.: ил.
 
== Һылтанмалар ==
 
* [http://www.jhu.edu/digitalhammurabi/ Digital Hammurabi Project] @ [[Johns Hopkins University]] (3D-сканирование клинописных табличек).
* [https://web.archive.org/web/20150703060203/http://annals.xlegio.ru/urartu/ukn/index.htm УРАРТСКИЕ КЛИНООБРАЗНЫЕ НАДПИСИ]
* [http://classes.bnf.fr/dossiecr/index.htm (фр.) Досье BNF «Зарождение письменности»]
* [https://web.archive.org/web/20131219200322/http://vostokoved.spb.ru/read.php?sname=gudea&articlealias=tokens Н. В. Козырева. Статья «Возникновение и развитие дописьменной системы хранения и передачи информации»] 
 
{{Внешние ссылки}}
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Шына_яҙыу» битенән алынған