Проект:АХБ төҙәтеү/Рамаҙанов Айрат Шәйхулла улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
34 юл:
Рамаҙанов Айрат Шәйхулла улы 1953 йылдың 24 февралендә Башҡорт АССР-ы Саҡмағош районының Ҡалмашбаш ауылында тыуа. Шунда уҡ 1970 йылда урта мәктәпте тамамлай.
 
[[1975 йыл]]да яҡшы билдә менән [[Башҡорт дәүләт университеты]]ның физика-математика факультетын тамамлай. Шул йылдан алып бөгөнгө көнгә тиклем БДУ-ла эшләй.
 
1987 йылда доцент ғилми дәрәжәһенә лайыҡ була. 2005 йылда Айрат Рамаҙанов техник фәндәр докторы исемен яҡлай.
 
1985 йылда — СССР-ҙың уйлап табыусыһы, 2009 йылда Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре исемдәре менән бүләкләнә.
 
Фәнни эшмәкәрлеге туйынған күҙәнәкле мөхиттәрҙәге термогидродинамик процестарҙы тикшереүгә, математик модель әҙерләүгә һәм геофизик тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәләрен автоматлаштырып эшкәртеүгә арналған. Рамаҙанов тарафынан нефть ҡатламдарын термогидродинамик тикшереү ысулының теоретик нигеҙҙәре эшләнә.
 
Рамаҙнов етәкселегендә нефть һәм газ ҡатламдарын гидродинамик тикшереү һөҙөмтәләрен автоматлаштырылған ысул менән эшкәртеү һәм интерпретациялау өсөн «Гидрозонд» системаһы эшләнә, ул Рәсәй, Беларусь һәм Ҡаҙағстан геофизика предприятиеларында ҡулланыла.
 
150‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 18 уйлап табыу авторы.
 
== Ғилми хеҙмәттәре ==