Кузнецов Анатолий Васильевич: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
" йылдарҙа {{Ук}} '''Кузнецов Анатолий Васильевич''' (3 май 1923 йыл ) — СССР|сов..." исемле яңы бит булдырылған
(айырмалар юҡ)

09:50, 20 сентябрь 2020 өлгөһө

йылдарҙа 

Кузнецов Анатолий Васильевич (3 май 1923 йыл ) — совет һәм партия эшмәкәре, 1957—1961 йылдарҙа Өфө «Электроаппарат» заводының директоры, Республикаһы Юғары Советының сәнәғәт, энергетика, транспорт, элемтә, информатика, төҙөлөш һәм архитектура буйынса комиссия рәйесе.

Кузнецов Анатолий Васильевич
Зат ир-ат
Тыуған көнө 3 май 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (100 йәш)
Тыуған урыны Херсон, Херсонский округ[d], Одесская губерния[d], Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Биләгән вазифаһы Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты
Уҡыу йорто Одесская национальная академия связи[d]


1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Биографияһы

Кузнецов Анатолий Васильевич 1923 йылдың 3 майында Украина ССР-ының Херсон ҡалаһында тыуған. Милләте буйынса рус, юғары белемле — 1951 йылда Одесса электротехник институтын тамамлаған.

1941—1945 йыодарҙа армияла хеҙмәт итә, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы һуғышта ҡатнаша. 1945—1951 йылдарҙа Одесса электротехник институтында уҡый. Институтты тамамлағас Өфө ҡалаһында төҙөлөш-монтаж идаралығында начальник, Өфө элемтә идаралығында баш инженер, управление начальнигы урынбаҫары булып эшләй. 1955—1957 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетында инструктор. 1957—1961 йылдарҙа Өфө «Электроаппарат» заводының директоры. 1961 йылда партияның Башҡортостан өлкә комитетының бүлек мөдире. 1988—1991 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһында бүлек мөдире. [1] Өфө ҡалаһының Совет районы 59-сы Володар һайлау округы Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының сәнәғәт, энергетика, транспорт, элемтә, информатика, төҙөлөш һәм архитектура буйынса комиссия рәйесе. [2]

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

Октябрь Революцияһы ордены, 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, Халыҡтар Дуҫлығы ордены, «Почёт Билдәһе» ордены, «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары, миҙалдар.

Ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 34

Сығанаҡтар

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104

Һылтанмалар