Тарихи Башҡортостан ҡалалары исемлеге: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
8 юл:
| '''[[Өфө II ҡаласығы|Башҡорт/Өфө-II]]''' || Археологик ҡаҙылмалар буйынса беҙҙең эраның V быуатынан билдәле. Ҡайһы бер боронғо карталарҙа һәм яҙмаларҙа телгә алынған ҡала. || Археологик ҡаҙылмалар,
[[Ибн Халдун]],
Пициганиҙар картаһы
Каталон атласы,
Меркатор картаһы
[[Рычков Пётр Иванович|Рычков]] || Хәҙерге [[Өфө]] ҡалаһы

| '''Оло Багур/Башғур''' || Ҡәлғә менән башҡорттарҙың хакимы Ҡарашит идара иткән, ул Уғыҙ хан менән һуғышҡан, унан еңелгән һәм уға яһаҡ түләргә вәғәҙә биргән. || «[[Уғыҙнамә]]» дастаны
[[Рәшит әт-Дин]]
[[Әбү әл-Ғази]]|| Фараз буйынса [[Өфө|Башҡорт/Өфө]] ҡалаһына тура килә

| '''Гурхан''' || Ҙур һәм төҙөк ҡала, яҡын тирәлә ер эшкәртелә. [[Ағиҙел (йылға)|Иҙел (Ағиҙел)]] йылғаһының төньяғында, Немжан ҡалаһынан 8 көн алыҫлыҡта, ә Ҡараҡыя ҡалаһынан йылға буйлап — 8 көн, ҡоро юл буйлап — 16 көн алыҫлыҡта урынлашҡан. Йылға буйлап сауҙагәрҙәр һәм сәйәхәтселәр килә. Ҡалала көндәлек ҡулланылған әйберҙәр, шул иҫәптән кәсеп әйберҙәре һәм сәнғәт өлгөләре, шулай уҡ башка төрки илдәрҙә ише күренмәгән күркәм һәм сифатлы эйәрҙәр һәм ҡоралдар эшләнә. Бында Асҡунья батша хакимлыҡ итә, уның күп һанлы ғәскәре, ҡоралы, бихисап ҡәлғәләре булған. || [[Иҙриси]] || Фараз буйынса [[Өфө|Башҡорт/Өфө]] ҡалаһына тура килә

| '''Немжан/Минжан''' || Бәләкәй сәскә атыусы ҡала. Бында төрки хаким идара итә, уларҙа ябай халыҡҡа һәм аҡһөйәктәргә ҡарата яҡшы мөнәсәбәт арҡаһында атаһынан улына власты тапшырыу традицияһы өҙөлмәй. Был ҡала Суҡан ([[Яйыҡ]]) йылғаһы буйында, Гурхан ҡалаһынан 8 көн алыҫлыҡта урынлашҡан. Ҡаланан көнсығышҡа табан һуҙылған Аржика тауҙарында баҡыр рудниктары бар, унда меңдән ашыу кеше эшләй. Бында күп баҡыр сығаралар һәм уны Хәрәзмға, Шаш иленә һәм уғыҙҙарҙың яҡын тирәләге өлкәләренә алып баралар. Шулай уҡ ҡаланан йылға буйлап [[Каспий диңгеҙе]] буйында һәм Дайламда юғары хаҡҡа һатыр өсөн төлкө һәм ҡондоҙ тиреләрен сығаралар. Ҡалала керамика әйберҙәрен, шул иҫәптән юғары сифатлы һәм оҙаҡ һаҡланыусы көршәктәр яһала. Суҡан йылғаһы ярҙарында төрлө төҫтәге аҫылташтар осрай, улар араһында лазуриттар бихисап. Йылғала балыҡтарҙың һәм йыландарҙың бер нисә төрҙәре йәшәй, ҡала кешеләренең төп аҙығы балыҡ булған. Тотолған балыҡтарҙың ҙур өлөшөнә тәмләткестәр, тоҙ һибәләр һәм үҙ караптарына тейәп (Суҡан/Яйыҡ йылғаһы—Хәзәр/Каспий диңгеҙе—Иҙел/Волга йылғаһы буйлап) уларҙы Хазар ҡағанлығының баш ҡалаһы Иҙелгә алып барып һаталар. || [[Иҙриси]]|| Фараз буйынса хәҙерге [[Орск]] ҡалаһы тирәһендә